Бөтә яңылыҡтар
Интервью
26 Декабрь 2025, 10:46

"Салауат" компанияһының 2025 йылда башҡарған эштәре

Быйылғы йәйҙә генә районда теркәлгән компания урындағы социаль проекттарға 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтте һәм үҙен яуаплы ойошма итеп күрһәтте. «Салауат» ЯСЙ-һының артабан башҡарыласаҡ эштәре, киләсәккә пландары тураһында компания директоры Таһир Бәхтегәрәев менән әңгәмәләштек.

Күҙәтеү советы ағзалары «Салауат» ятҡылығында
Күҙәтеү советы ағзалары «Салауат» ятҡылығында

— Әбйәлилдә  геологик разведка эштәре алып барҙығыҙ. Шул хаҡта ентекләп әйтеп үтһәгеҙ...

— Тәүҙән үк үҙ алдыбыҙға инвестиция проекты хаҡында халыҡҡа асыҡтан-асыҡ һөйләргә, аңлатырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Ошо юҫыҡта әле эшләп килгән тау-байыҡтырыу комбинатына турҙар ойошторҙоҡ, райондың ете ауыл биләмәһе халҡы менән осрашыуҙар үткәрҙек, уларҙы үҙебеҙҙең пландар менән таныштырҙыҡ, шулай уҡ кешеләрҙе лә иғтибар менән тыңлап, бирелгән һәр һорауға яуап ҡайтарҙыҡ. Беҙ киң мәғлүмәт саралары  менән әүҙем хеҙмәттәшлек иттек, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ултырыштарында, пресс-конференцияларҙа ҡатнаштыҡ. Эҙмә-эҙлекле алып барылған эшебеҙ нигеҙендә халыҡтың шик-шөбһәһен тарата алдыҡ һәм кешеләрҙең ышанысын яулауға ирештек. 

2025 йылдың июнендә баҡыр ятҡылыҡтарында эҙләнеү эштәре башланды, был маҡсатта юғары квалификациялы белгестәр йәлеп иттек. Шул уҡ ваҡытта тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мөһимлеген аңлап эш итәбеҙ. Эҙләнеү эштәре барышында быраулау ҡоролмалары ҡуйылған урындарҙа ғына ағастарҙы ҡырҡырға тырыштыҡ. Был эш БР урман хужалығы министрлығының ҡәтғи күҙәтеүе аҫтында башҡарылды: ҡырҡылҡан ағастарҙың һәр береһе БР Урман хужалығы министрлығы вәкиле менән иҫәпкә алынып, Росимуществоға тапшырылды.

Асҡарҙа офисығыҙ асылғайны...

— Эйе, быраулау эштәре башланыу менән районда офисыбыҙҙы астыҡ, бында мөрәжәғәт иткән һәр кем проект тураһында мәғлүмәт, шулай уҡ үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба ала. Бөгөнгәсә офисҡа 300-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Район халҡы буласаҡ предприятиела эш урындары менән ҡыҙыҡһына.

     Предприятиены август айында Әбйәлил районында рәсми рәүештә теркәнек. Тимәк, хәҙер һалымдарыбыҙҙың бер өлөшө туранан-тура район бюджетына күсә, шуның менән беҙ район үҫешенә булышлыҡ итәбеҙ. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында урындағы ойошмаларҙы эшкә йәлеп итә башланыҡ. Әленән үк компания район халҡы өсөн эш урындары булдыра башланы. Әлеге мәлдә беҙҙең компания кәрәкле кадрҙар: экологтар, йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса һәм геолого-маркшейдер хеҙмәте белгестәре менән тулыһынса комплектланған.

— Геологик разведка эштәре зонаһында экология мәсьәләһе нисек күҙәтелә? 

— Беҙ Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереүҙәр үҙәге ғалимдарын саҡыртып, урындағы фаунаны һәм флораны ентекле тикшерттек. Биләмәлә табылған “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән һирәк үҫемлектәр үҫкән урындар билдәләнеп, кәртәләп алынды. Киләсәктә эшмәкәрлегебеҙ ошо участкаларға ҡағылһа, уларҙы күсереп ултыртырға һәм тейешле тәрбиәләп, ныҡлы күҙәтеү аҫтында үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Беҙҙең ойошмала экологтар һәм профилле белгестәр эшләй, бөтә закондар ҙа теүәл үтәләсәк.

— Әле геологик эҙләнеү эштәре ниндәй этапта бара? 

— Геологик эҙләнеү эштәре Волга буйы федераль округының Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса департаменты биргән лицензияла билдәләнгән этаптарға һәм ваҡытҡа ярашлы алып барыла. Геологик, геотехнологик һәм гидрогеологик скважиналарҙы быраулауҙы үҙ эсенә алған эҙләнеү-баһалау стадияһы этабын тамамланыҡ. Әле алынған тау тоҡомо өлгөһөн анализлайбыҙ.

2026 йылда запастарҙы баһалағандан һуң, проекттың техник-иҡтисади нигеҙен әҙерләйәсәкбеҙ. Был материалдар запастарҙың дәүләт экспертизаһына ебәреләсәк. Әгәр дәүләт эскпертизаһынан ыңғай баһа алынһа,  тәбиғи ҡаҙылмалар «ваҡытлыса кондиция» буйынса запасҡа ҡуйыласаҡ.

Һөҙөмтәләр ыңғай булһа, артабан ниндәй эштәр күҙаллана?

— Икенсе этап — тикшеренеү эштәре. Әйткәндәй, был ошоғаса алып барылған геологик разведка эштәренә оҡшаш. Киләһе йыл башында төп геологик разведка эштәренең проектын төҙөйбөҙ һәм Рәсәй геологик эспертизалау агентлығынан рөхсәт алып, артабан эҙләнеү-быраулау эштәрен башлаясаҡбыҙ. Булған баҡыр запастары иҫәпләп сығарылғас һәм запастарға техник-иҡтисади нигеҙ әҙерләнгәс, улар даими кондиция буйынса дәүләт балансына ҡуйыласаҡ. 2026 йылдың икенсе яртыһында иһә тау-байыҡтырыу комбинатын проектлауҙы башларға ниәтләйбеҙ.

— Районда геологик разведка эштәрен Күҙәтеү советы эшләп килә. Совет менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүегеҙ хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.

— Беҙ эшебеҙҙе асыҡтан-асыҡ алып барабыҙ. Район башлығы Айрат Әминев етәкселегендәге Күҙәтеү советы менән һөҙөмтәле эшләйбеҙ. Йылы бүлмәләрҙә генә осрашмайбыҙ, геологик эҙләнеү эштәре барған урынға совет ағзалары менән бергә сығабыҙ. Һәр этаптың нескәлектәре һәм проекттың өҫтөнлөклө яҡтары хаҡында бергәләп һөйләшәбеҙ.

— Район халҡына һеҙҙең кадрҙар резервына нисек эләгергә мөмкин?

— Һис шикһеҙ, беҙ һәр кем менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Әле геологик разведка эштәре һәм запастарҙы баһалау этабында булһаҡ та, буласаҡ завод өсөн белгестәр базаһы төҙөйбөҙ. Ишектәребеҙ һәр кемгә һәр саҡ асыҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең райондағы офисҡа мөрәжәғәт итеп алырға мөмкин. Эшләргә теләүселәр резюмены Salavatskoye@rcc-group.ru электрон почтаһына ебәрә ала. Шулай уҡ беҙҙең яңылыҡтарҙы һәм вакансиялар тураһындағы мәғлүмәтте «Бәйләнештә» һәм «Телеграм» социаль селтәрҙәрендә ҡарап барырға мөмкин. Беҙ йәнле аралашыу яҡлы,  беҙҙә эшләргә теләгән кешеләрҙе офисыбыҙҙа күреүебеҙгә һәр ваҡыт шатбыҙ.

— Буласаҡ тау-байыҡтырыу комбинатына юғары әҙерлекле белгестәр талап ителәсәк. Компанияны кадрҙар менән нисек тәьмин итергә уйлайһығыҙ?

— Беҙ был йәһәттән әүҙем эшләйбеҙ. Беренсенән, маҡсатлы уҡытыу программаһы ойошторҙоҡ. Республика йәштәрен Өфө фән һәм технология университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты, Магнитогорскиҙағы Носов исемендәге МДТУ һәм Екатеринбургтағы тау университеты кеүек алдынғы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ебәрәбеҙ. Беҙгә тау эшкәртеү һәм геология тармағы белгестәренән алып экологтарға, геодезистарға тиклем белемле хеҙмәткәрҙәр кәрәк. Икенсенән, беҙ һөнәри уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Сибайҙағы, Аҡъярҙағы һөнәри уҡыу йорттарын һәм колледждарҙы тамамлаусылар заманса, юғары технологиялы предприятиела эшкә урынлаша алһын өсөн бер нисә һөйләшеү үткәрелде дә инде.

— «Салауат» ЯСЙ-һы тәүге көндән үк үҙен социаль яуаплы компания булараҡ күрһәтте. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә район халҡы мәнфәғәтендә башҡарылған эштәр хаҡында әйтеп  үтһәгеҙ...

— Бизнестың уңышы төбәктең төрлө яҡлап үҫешеүе менән тығыҙ бәйле, тигән ышаныстабыҙ, сөнки буласаҡ предприятиеның хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаиләләре бында йәшәй һәм йәшәйәсәк. Шуға күрә геология тикшеренеү эштәре барышында уҡ райондың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә 100 миллиондан ашыу аҡса һалдыҡ. Компанияның районда рәсми теркәлеүе мөһим аҙым булды — һалымдар хәҙер урындағы ҡаҙнала ҡала һәм район халҡына файҙа килтерә.

Инвестиция аҡсалары, аныҡлап әйтәкәндә, ниндәй йүнәлештәрҙә тотонолдо?

— Беҙ йәштәргә ярҙам итеүгә, уларҙың һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән күләмле социаль программаны башлап ебәрҙек. 1500-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашҡан ҙур күләмле «Ғилем» олимпиадаһын үткәреүебеҙ ошо башланғыстың асыҡ миҫалы. Был әһәмиәтле сараға 8 миллион һум аҡса бүлдек.

 Районда балалар өсөн уңайлы һәм матур мөхит булдырыуға ынтылабыҙ. Мәҫәлән, «Миләш» балалар баҡсаһына матур шыршы ҡуйҙыҡ.

Йыл дауамында бер нисә экологик акция үткәрҙек. Мәҫәлән, «ҠЫҘЫЛ, ЙӘШӘ!» акцияһы барышында Йәлембәт ауылындағы Еңеү аллеяһына шыршы үҫентеләре, «Хазина» балалар баҡсаһы янына гортензиялар ултырттыҡ.

Спорт үҫешенә ҙур баҫым яһайбыҙ. Һабантуйҙа, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә һәм башҡа саралар сиктәрендә ойошторолған милли көрәш ярыштарын, турнирҙарҙы үткәреүгә бағыусылыҡ иттек. «Тупаҡ Самбо» клубына заманса ҡорамалдар һатып алдыҡ, «Ирәндек» лагерында күп функциялы спорт майҙансығы төҙөнөк. Буранғол ауылы интернатына капиталь ремонт яһаныҡ, ундағы медпунктты яңы ҡорамалдар менән тулыһынса яңырттыҡ.

Район халҡының шәхси үтенестәрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Ҡазаға тарыған Ҡушый ауылынан Исламғоловтар ғаиләһенә ярҙам иттек, янғында зыян күргән балаға Мәскәүҙә дауаланыуға һәм реабилитация үтеүгә киткән сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ.

— Тағы ниндәй социаль проекттар көтөлә?

— Киләһе йылда ла райондың социаль инфраструктураны үҫтереүгә 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә уйлайбыҙ. Республика Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәт иткән Михайловка ауылы халҡына ярҙам итәсәкбеҙ. Улар күтәргән ҙур проблеманы хәл итеүҙе — спорт залы төҙөүҙе киләһе йылда башлайбыҙ. Шулай уҡ Буранғол ауылының мәҙәниәт йортона капиталь ремонт яһарға ла планлаштырабыҙ.

Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Таһир Тимербай улы! Яңы йыл яңы предприятиеға уңыштар килтерһен. Район халҡы мәнфәғәтендә лә эштәрегеҙ уң барһын.

Р. ИСТАНБАЕВА әңгәмәләште.

Читайте нас