+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Ноябрь 2016, 18:51

Ятаҡ ҡыйыҡһыҙ ҡалды

Аҙна дауамында район биләмәһендә ҡоторонған дауыл эҙемтәһеҙ үтмәне: берәүҙәрҙең ҡапҡа-ҡоймаларын ҡыйшайтһа, икенселәрҙең теплицаларын, тышҡа элгән балаҫтарын осороп маташты. Шулай ҙа иң ҙур зыян Таштимер ауыл биләмәһендә теркәлде. Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 24 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 2 тирәһендә Әбйәлил ауылында урынлашҡан агросәнәғәт колледжының ике ҡатлы ятағының ҡыйығы осоп төшә. Секундына 22 метр тиҙлектә иҫкән көслө дауыл тимер менән көпләнгән ҡыйыҡты ҡайырып алып, ятаҡ алдында торған автомобилдәр өҫтөнә төшөрә. Һөҙөмтәлә, биш автомашина зыян күрә. Бәхеткә ҡаршы, йәрәхәтләнеүсе кешеләр юҡ. Инженер системалары ла төҙөк, электр уты һүнмәй.

Ошо уҡ көндө дауыл арҡаһында Салауат ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән шәхси йорттоң ҡыйығы ла айырыла.
Бынан тыш, ял көндәрендә Күсем һәм Бикҡол ауылдарындағы белем усаҡтарының ҡыйыҡ ябыуы өлөшләтә зыян күрә. Мәктәптәрҙәге был етешһеҙлек бөгөн бөтөрөлгән, уҡытыу туҡтатылмаған.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, был аҙнала ла урыны менән еңелсә буран сығыуы, елдең секундына 20 метрғаса көсәйеүе көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре боҙлауыҡтан һаҡ булырға, көслө ел-дауыл булғанда электр линиялары, реклама щиттары аҫтында, төҙөлөп бөтөлмәгән йорттар янында тормаҫҡа кәңәш итә. Йорттағы йылытыу ҡоролмаларын даими тикшереп тороғоҙ, үҙегеҙ өйҙә булмаған саҡта бөтә көнкүреш техникаһын һүндереп сығыу хәйерле, сөнки электр энергияһы бер һүнеп, бер янып торғанда уларҙың сафтан сығыу ихтималлығы ҙур.

Читайте нас: