+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
2 Март 2018, 12:12

Хөкүмәт ярҙам итергә әҙер

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Ә. Р. Мәжитова Әбйәлилдә булып, район ауыл хужалығы белгестәре менән берлектә кооперативтарға берләшергә теләгән инициатив төркөмдәр менән осрашты һәм ауыл ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү буйынса эшләргә теләк белдергәндәргә методик ярҙам күрһәтте.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Ә. Р. Мәжитова Әбйәлилдә булып, район ауыл хужалығы белгестәре менән берлектә кооперативтарға берләшергә теләгән инициатив төркөмдәр менән осрашты һәм ауыл ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү буйынса эшләргә теләк белдергәндәргә методик ярҙам күрһәтте.

Әлфирә Рәйес ҡыҙы әйтеүенсә, Башҡортостан ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү буйынса федераль программа сиктәрендә һынау төбәктәр иҫәбенә ингән. Был йәһәттән Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең тәжрибәһе өйрәнелгән. Тышҡы эксперт сифатында Бөтә донъя банкы йәлеп ителгән. Уның менән берлектә урындағы башланғыстар нигеҙендә табыш килтереүсе проекттар аша булышлыҡ итеү, башланғыс этапта ҡорамалдар, техника йәки һатыу һәм логистика инфраструктураһы объекттары һатып алыу өсөн ярҙам механизмы әҙерләнгән. Өҫтәмә финанслау шарттарында республика бер кооперативҡа 3 миллион һумғаса аҡса бүлеүе ҡаралған. Кооператив процестарҙа ҡатнашыусылар — шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ауыл хужалығы кооперативтары. Ауыл хужалығы кооперативына берләшеүселәр үҙҙәре ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, ваҡлап һатыу өсөн ҡорамалдарҙы һатып алыуға киткән аҡсаның бик аҙ күләмен индерә. Кооперацияның төрлө формалары ауыл эшсәндәренә сығымдарҙы кәметеп үҙ продукцияһын отошло хаҡҡа һатырға мөмкинлек бирәсәк, тип күҙаллана.

Ә. Р. Мәжитова Әлмөхәмәт, Асҡар, Ташбулат, Байым ауыл биләмәләрендә кооперативтарға берләшергә теләгән иң әүҙем шәхси хужалыҡ тотҡан кешеләрҙән һәм ауыл хужалығы кооперативы ағзаларынан, фермерҙарҙан төҙөлгән инициатив төркөмдәр менән осрашты. Ташбулатта Әхәт Мортазин етәкселегендәге инициатив төркөм һөттө эшкәртеү буйынса кооператив төҙөү өсөн берләшһә, Илгизәр Ишбаевтың төркөмө мал һуйыу цехын асмаҡсы.

Байым ауыл биләмәһендә 4 инициатив төркөм төҙөлдө. Әхәт Мортазин менән Алмаз Дауытов тирәләй йыйылған төркөмдәр мал һуйыу цехтары эшләп, итте эшкәртеү менән шөғөлләнмәксе.

«Мал һуйыу цехтары һәр ауылда булһа ла ҡамасау итмәҫ, сөнки әле үк малды һуйып, уны һатыу мәшәҡәтле. Сөнки, ветеринария талаптарына ярашлы малдар нәҡ һуйыу цехында һуйылырға һәм һатыу урындарына тейешле справкалар менән оҙатылырға тейеш», тип бындай цехты асырға теләүселәрҙе хуплаусылар һәр урында күп булды.

Һыйыр малын үҫтереү һәм уның продукцияһын һатыуҙа махсуслашҡан фермер Азамат Абсаҙыевтың төркөмө һөт продукцияһын эшкәртеү, Байрас Фазылов һәм уның төркөмө дарыу үләндерен киптереү буйынса кооперативтар булдырмаҡсы.

Әлмөхәмәттә фермер Рамил Юлдыбаев һәм уның фекерҙәштәре һөттө йыйыу, эшкәртеү һәм һатыу буйынса кооператив төҙөмәкселәр.

Район үҙәгендә үткән йыйылышта Айтуған Фәттәхов мал һуйыу цехы, Йәмилә Баймырҙина һарыҡ йөнөн йыйыу, эшкәртеү менән шөғөлләнеү өсөн кооперативтар төҙөү яғында.

Ауыл халҡының фекеренсә, хатта башланғыс этапта ла кооперация «үҙеңә» эшләүҙең өҫтөнлөктәрен баһаларға мөмкинлек бирә — мәшғүллек, тотороҡло килем. Кооперативтар асылып, эшләп китһә, магазин кәштәләрендә ситтән индерелгән сифаты билдәһеҙ продукция түгел, ә үҙебеҙҙә етештерелгән һөт, ит продукциялары урын алыр ине.

Әле кооперативҡа берләшергә теләк белдергән төркөмдәр анкеталар тултырыу, заявка әҙерләү менән мәшғүл. Ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү буйынса менеджер Ә. Р. Мәжитова билдәләүенсә, конкурста еңеп, хөкүмәт грантына эйә булыуҙа күп нәмә инициатив төркөмдөң әүҙемлегенән тора.

Читайте нас: