+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Май 2018, 12:08

Үлән һәм сүп-сар үртәү тыйыла

Көндәр йылынғас, һәр кем йорт алдын, ихатаһын сүп-сарҙан таҙалай. Әммә тыйыуҙар булыуға ҡарамаҫтан, йыйылған сүп-сарҙы, кипкән үләнде, былтырғы япраҡтарҙы үртәйҙәр.

Көндәр йылынғас, һәр кем йорт алдын, ихатаһын сүп-сарҙан таҙалай. Әммә тыйыуҙар булыуға ҡарамаҫтан, йыйылған сүп-сарҙы, кипкән үләнде, былтырғы япраҡтарҙы үртәйҙәр. Йыш ҡына бындай усаҡтар ҡарауһыҙ ҡала, ел булһа, осҡондар яҡын-тирәләге кәртә-ҡаралтыға тоҡана. Һәм янғын ҡыйын үртәгән кешенең генә түгел, күршеләренең мөлкәтенә лә зыян килтерә.

Яңыраҡ район ауылдарының берәүһендә йәшәүсе былтырҙан йыйылған үлән, япраҡты үртәй, ут кәртә-һенә тоҡана, янғын һүндереүселәр ярҙамы менән генә янғын һүндерелде. Икенсе берәү сүп-сарын ситкә сығарыу өсөн аҡсаһын йәлләп, уны шунда яндырырға була һәм һөҙөмтәлә ҡыйы ғына түгел күршеһенең кәртә-ҡураһын, үҙенең малын һәм башҡа мөлкәтен яндыра.

РФ Хөкүмәте ҡарары менән 2017 йылда янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә төҙәтмәләр индерелде. Уға ярашлы, янғындарҙы иҫкәртеү буйынса сараларҙы ер участкаһы хужалары үҙҙәре күрергә тейеш, йәғни ер участкалары хужалары, ауылдар сиктәрендәге ерҙе ҡуртымға алғандар сүп-сарҙы даими таҙаларға, үләнде сабып торорға бурыслы.

Үләнде үртәүҙән янғын сығып, милеккә йәки кешенең һаулығына зарар килтерелһә, янғын сығыуҙа ғәйепле айырым кешеләргә 4000-5000 һум, вазифауи кешеләргә 40-50 мең, юридик шәхестәргә 350-400 мең һум штраф һалыу ҡаралған.

Муниципаль район хакимиәте башлығы ҡарары менән урман һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында 16 майҙан район биләмәһендә айырыуса әҙерлек режимы индерелде.

Ш. ШИРИЯЗДАНОВ,

61-се янғын часы начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас: