-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
31 Август 2018, 11:30

Малды ҡайҙа һатырға?

«Уҡыу йылы алдынан мал-тыуарҙы һатып, балаларҙы мәктәпкә әҙерләй инек. Быйыл ни сәбәптәндер Татарстандан, Магнитогорск ҡалаһынан килеп мал йыйыусылар юҡ. Был эш менән районда шөғөлләнеүселәр юҡмы икән?

«Уҡыу йылы алдынан мал-тыуарҙы һатып, балаларҙы мәктәпкә әҙерләй инек. Быйыл ни сәбәптәндер Татарстандан, Магнитогорск ҡалаһынан килеп мал йыйыусылар юҡ. Был эш менән районда шөғөлләнеүселәр юҡмы икән?

Р. Р. Ғүмәрова».


Район башлығының беренсе урынбаҫары Н. Ғ. Солтанов яуап бирә:

— Билдәле булыуынса, Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, ветеринар талаптар көсәйгәндән көсәйә. Ошо йылдың 1 июленән Рә-сәйҙә «Меркурий» берҙәм мәғлүмәт системаһын файҙаланып, ветеринар документтарҙы тулыһынса электрон рәүештә тултырыуға күселде. Йәғни дәүләт ветеринар күҙәтеүендә булған һөт, ит етештереүселәр, уларҙан продукция етештергән фабрика-заводтар менән бер рәттән сауҙа селтәрҙәре һәм магазиндар ошо системала эшләй. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙең бөтә циклы, сеймалдан алып магазин кәштәһенә барып ятҡанға тиклем, «Меркурий»ҙа сағылыш таба. Был халыҡты ҡурҡыныс ауырыуҙар йоҡтороуҙан һаҡларға, шулай уҡ аҙыҡ-түлек именлеген гарантияларға мөмкинлек бирә.

Бөгөн шулай уҡ бөтә малдар биркаланырға йәки уларға чип ҡуйылып, улар хаҡында мәғлүмәттәр берҙәм базаға индерелергә тейеш. Уның буйынса малдың сәләмәтлеге, ниндәй вакциналар яһалыуын, кемдеке булыуын белергә мөмкин. Был тәңгәлдә районда эш алып барыла. Ситтән килгәндәр идентификациялау үтмәгән малды һатып алмай, сөнки тикшереү өсөн туҡтатһалар, тейешле документтарһыҙ эш иткән өсөн ҙур суммала штраф ҡаралған.

Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр. Ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү буйынса федераль программа сиктәрендә урындағы башланғыстар нигеҙендә табыш килтереүсе проекттар аша районда ике эшҡыуар нәҡ мал йыйыу, һимертеү йүнәлешен һайланы. Конкурстан үтһәләр, хөкүмәт ярҙамы күрһәтеләсәк. Улар эшләп китһә, халыҡтан мал ҡабул итеү мәсьәләһе хәл ителәсәк.
Читайте нас: