+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Ноябрь 2018, 11:51

Тағы ла сүп-сар тирәләй

Район хакимиәтендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса кәңәшмә үтте.

Район хакимиәтендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса махсуслашасаҡ «Эко-Сити» төбәк операторы вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, эшҡыуарҙар, торлаҡ-коммуналь идаралыҡтар етәкселәре, район хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Унда һүҙ киләһе йылдың 1 ғинуарынан ҡаты ҡалдыҡтар өсөн түләү индерелеү сәбәпле, уның өсөн хаҡ түләүгә оператор менән килешеү төҙөү нескәлектәре хаҡында барҙы.

Билдәле булыуынса, төбәк операторға 4-5-се хәүефлелек класына ҡараған ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйған, сығарған, эшкәрткән һәм утилләштергән өсөн түләү хаҡы, ҡулланған электр энергияһы өсөн квитанцияларға ҡушып ебәреләсәк.

Кәңәшмәлә сығыш яһаған «Эко-Сити»ның абонемент бүлеге начальнигы Е. А. Локтеонова ҡалдыҡтарҙы сығарыу графигы, тарифтар, нормативтар әле эшләнә, иҫәпләнә, тине. Уның әйтеүенсә, сүп-сар ҡайҙалыр көн һайын сығарылһа, икенсе бер урындарҙа аҙнаһына бер алып кителеүе мөмкин. Кемдәрҙер контейнерҙарға йыйһа, башҡалар тоҡ-ҡапсыҡтарға тултырасаҡ. Халыҡҡа был мөһим эштең нескәлектәрен аңлатыу маҡсатында брошюралар таратылыуын әйтеп, шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтарының был эштә ярҙам итеүен һораны Елена Александровна.

Ҡалдыҡтарҙы сығарыу, сорттарға айырыу — төбәк операторының эше. Алыҫ урынлашҡан, юлдар булмаған ауылдарҙа ваҡытлыса йыйыу пункттары ойоштороласаҡ, бындай урындар, әлбиттә, кәртәләп алынырға һәм торлаҡ йорттарға яҡын урынлашмаҫҡа тейеш.

Юридик берәмектәр һәм айырым кешеләр үҙҙәрендә хасил булған ҡаты ҡалдыҡтарҙы алып китеү, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу, күмеү буйынса «Эко-Сити» төбәк операторы менән килешеү төҙөргә тейеш, был маҡсатта билдәле тәртиптә тултырылған документтарҙы ҡушып, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры исеменә заявка бирелергә тейеш.

Түләмдәрҙе ЭСКБ ҡабул итәсәк, әле иҫәп-хисап яһау өсөн документтарҙы ҡабул итеү буйынса күп функциялы үҙәктәр менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Сүп-сарҙы сығарған өсөн түләүҙә айырым категорияларға субсидиялар ҡаралған, был турала гәзиттә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Ташламаға хоҡуҡтары булғандарға был хаҡта белешмә килтерергә кәрәк.

Әйтеүҙәренсә, ҡалдыҡтарҙы ташыусыны билдәләү буйынса конкурс иғлан ителеп, билдәләнәсәк. Бөгөн сүп-сар сығарыуҙа эшләгән торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар төбәк операторы менән килешеү нигеҙендә субподрядсы була ала.

Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр һәм шәхси йорттар хужалары менән идарасы компаниялар аша ла, туранан-тура ла килешеү төҙөлөүе мөмкин. Арендала булған объекттарҙан сүп-сарҙы сығарыу өсөн милекселәр менән килешеү төҙөлә.

Өмәләр ваҡытында йыйылған сүп-сар муниципалитеттар менән төҙөлгән килешеү нигеҙендә сығарыласаҡ икән.

Килешеү төҙөүгә документтарҙы төбәк операторының электрон адресына (е-mail: [email protected]) йәки хат аша (Стәрлетамаҡ, Тыныслыҡ урамы, 4-се ҡат, 4-7-се бүлмәләр) ебәрергә була. Был мәсьәлә буйынса килеп тыуған һорауҙар менән электрон адрес аша ла, 8-967-731-57-87, 8(3473)25-81-82 телефондарына шылтыратып та мөрәжәғәт итергә була.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төбәк өсөн яңы булған был эште ойоштороу буйынса бик күп һорауҙар бирҙе һәм кемдәрҙер шунда уҡ тулы яуап алһа, икенселәренә күтәрелгән мәсьә-ләгә асыҡлыҡ индереп, яҙма яуап бирергә вәғәҙә бирҙе «Эко-Сити» вәкиле.

— Әлбиттә, яңы реформаны тормошҡа ашырғанда була торған хәл, һорауҙар күп тыуа. Капиталь ремонт буйынса төбәк операторы фонды менән дә шулай булды. Тәүге йылда уның өсөн халыҡтың 14 проценты ғына түләһә, хәҙер 100 процентҡа өлгәштек, — тине был тәңгәлдә район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов.

— 1 ғинуарҙан беҙ был системала эшләүгә күсергә тейешбеҙ. Был федераль закон, башҡа варианттарҙың булыуы мөмкин түгел. Рөхсәтһеҙ асылған сүп-сар урындарын бөтөрөүгә йүнәлтелгән реформа ярамаған урындарҙы ҡыйлыҡҡа әйләндереүҙән һаҡлауға, ауылдарыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе таҙа килеш тотоуға булышлыҡ итәсәк. Бөгөн ҡайҙа ҡарама сүплек, быға ҡасан булһа ла сик ҡуйылырға тейеш ине бит. Яңы эш еңел булмай: тәҡдимдәр ҡаралыр, төҙәтмәләр индерелер, — тине һөйләшеү һуңында район башлығы И. Т. Нафиҡов.

Әйткәндәй, «Эко-Сити» төбәк операторының мәғлүмәт үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Ишембай районында урынлашҡан сүп-сарҙы сорттарға айырыусы комплекс йылына 200 мең тонна ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә һәләтле. Әле бында уның ни бары 10 проценты килә. Киләһе йылда уҡ комплекстың тулы ҡеүәтенә сығасағы планлаштырылған.

Был комплексты төҙөүгә 400 миллион һум инвестиция һалынған. Заводта сүп-сарҙан быяла, ҡағыҙ, пластик, органик ҡалдыҡтар айырып алынып, эшкәртеләсәк һәм икенсел сеймал итеп файҙаланыласаҡ. Кәрәкмәгән сүп-сар булараҡ ҡалған ҡалдыҡтар кешеләр һәм тирә-яҡ мөхит хәүефһеҙлеге өсөн бөтә талаптарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән, лицензияһы булған полигонға сығарыласаҡ.

Р. ДАУЫТОВА.


Читайте нас: