+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Ноябрь 2018, 11:39

Нигеҙһеҙ тарифтар аптырата

Ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы ойоштороу буйынса төрлө кәңәшмәләр үткәрелеп, әҙерлек эштәре атҡарылһа ла, был тәңгәлдә эшләйәсәк ойошма, уның эше халыҡта ҙур һорауҙар тыуҙыра. Халыҡтың фекеренә беҙ ҙә ҡолаҡ һалдыҡ.

Ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы ойоштороу буйынса төрлө кәңәшмәләр үткәрелеп, әҙерлек эштәре атҡарылһа ла, был тәңгәлдә эшләйәсәк ойошма, уның эше халыҡта ҙур һорауҙар тыуҙыра. Халыҡтың фекеренә беҙ ҙә ҡолаҡ һалдыҡ.

М. Й. Кашанова, Красная Башкирия ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе:

— Экология йәһәтенән ҡарағанда, был кәрәкле һәм ваҡытлы реформа кеүек, тик ул аҙағынаса уйланып еткерелмәгән. Мәҫәлән, ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн әле еткерелгән тарифтар нигеҙһеҙ, тип иҫәпләйем. Күрше Магнитогорск ҡалаһында ул 80 һумға барып етмәй. Ни өсөн һуң беҙҙә күп фатирлы йорттар — 160, шәхси йорт хужалары 200 һум түләргә тейеш. Тағы шуныһы: ауыл ерендә сүп-сар аҙыраҡ була бит. Кәрәкмәгән, янғандай бөтә ҡағыҙ-ағас һәм башҡа сүп-сарҙы яндырабыҙ, аҙыҡ-түлек ҡалдығын малға ашатабыҙ, малдың тиреҫен баҡсаға ашлама итеп сығарабыҙ. Мал аҫраған аҡсаға, ҙур булмаған пенсия-пособиеға йәшәгән ауыл халҡы өсөн был бик ҙур сумма.

Шулай уҡ балаларҙың үҙ фатиры булмағас, күптәр ата-әсәләре йортонда теркәлгән. Улар өсөн ауылда йәшәгән ата-әсә лә, ҡалала ҡуртымға алып йәшәгәс, үҙҙәре лә түләргә тейеш булып сыға түгелме һуң?

Был тәңгәлдә аңлашылмаусанлыҡтар, эшләп еткерелмәгән осраҡтарҙың ҡалған бер ай эсендә тейешенсә тәртипкә һалыныуы икеле, әммә ғинуар айынан ҡалдыҡты сығарған өсөн — ул сығарыламы-юҡмы әле — мотлаҡ түләргә тейеш булыуыбыҙ тағы аптырата…

Р. ДАУЫТОВА яҙып алды.
Читайте нас: