Социаль селтәрҙәр бөгөнгө тормошобоҙҙа ҙур урын биләй. Хәҙер кешеләр унда үҙенең шатлыҡлы ваҡиғалары, фотолары менән уртаҡлашып ҡына ҡалмай, ә төрлө сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлын эҙләй, халыҡты борсоған проблемаларҙы асып һалырға тырыша. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙыусылар артты һәм улар араһында райондаштар ҙа бар. Күп һанлы һорауҙар араһында иң көнүҙәк тип һаналғандарына беҙ ҙә байҡау яһарға булдыҡ.
«Беҙҙең һорауҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙсы, — тип яҙа Красная Башкирия ауылында йәшәүсе ҡатын. — Ауылыбыҙ инде бишенсе көн һыуһыҙ интегә. Һәм бындай хәл даими ҡабатлана. 2012 йылда дәүләт тарафынан трассаларҙағы торбаларҙы яңыртыуға аҡса бүленгәйне, әммә унда сифатһыҙ, тиҙ генә эшлектән сығып барған торбалар һалынды. Шул арҡала һыу трассаһында авария йыш була һәм фатирҙарға һыу бирелмәй. Бынан тыш, юлдар насар, балаларға уйын майҙансыҡтары юҡ. Ҙур ҡала Магнитогорскиға терәлеп ятып, ошондай шарттарҙа йәшәүебеҙ башҡа һыймай».
«Красная Башкирия — Әбйәлилдең иң ҙур ауылдарының береһе. Һорауҙар бар, әлбиттә. Уларҙың бер нисәүһен яҡын киләсәктә хәл итеп булһа (уйын майҙансыҡтары), икенселәре ҙур сығымдар, ярашлы рәүештә оҙайлы ваҡыт талап итә (юлдарға асфальт түшәү), өсөнсөләренең хәл итеү юлдарын халыҡ менән бергә эҙләргә мөмкин (төҙөкләндереү). Һыу мәсьәләһенә килгәндә, Красная Башкирия халҡын һыу менән ике трасса — иҫке һәм яңы тәьмин итә. Проблема ҡулланыусыларҙы иҫке селтәрҙәрҙән яңыһына тоташтырыу эштәрен башҡарыу арҡаһында килеп сыға. Тоташтырыу хеҙмәтләндереүсе ойошма, милекселәр (абоненттар) һәм Красная Башкирия ауыл биләмәһе хакимиәте аҡсаһына башҡарыла. Абоненттарҙың үтә күп булыуы сәбәпле, эштәр 2019 йылдың 1 сентябренә тамамланасаҡ, тип планлаштырыла. Ремонт эштәре барышы хаҡында халыҡ алдан иҫкәртеләсәк», — тип яуап бирә биләмә хакимиәте һәм муниципаль район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге.
Тағы бер «һаҡаллы» һорау: Әлмөхәмәт — Сибай юлы. «Ҡасан ошо юлға асфальт түшәлеп, трасса сафҡа инәсәк?» — тип борсола район халҡы.
«Республика кимәлендәге «Асҡар — Әлмөхәмәт — Сибай» юлы әбйәлилдәр өсөн генә түгел, Сибай ҡалаһы, Баймаҡ районы халҡы өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөнгө көнгә муниципаль район хакимиәте тарафынан БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына «Асҡар — Әлмөхәмәт — Сибай» юлының район биләмәһенә ҡараған 18,2 километр оҙонлоғондағы өлөшөн төҙөкләндереүҙе 2019 йылғы төбәк заказына индереүҙе һорап хат яҙылды. Заявка буйынса ҡарар БР Юл хужалығы буйынса эксперт советы тикшергәндән һуң ҡабул ителәсәк.
Ә Сиҙәм ауылы урамдарын асфальтлау яҡын йылдарҙағы планға алынмаған», — тип яуаплай капиталь төҙөлөш бүлеге.
Көнүҙәк һорауҙарҙың береһе булып Дауыт ауылының яңы биҫтәһенә газ үткәреү эштәре башҡарыу тора.
«Дауыт ауылын газификациялауҙы проектлау һәм газ үткәргес төҙөү менән «Газпром газораспределение Уфа» ойошмаһы шөғөлләнә. Эштәр газды транспортировкалауға ҡуйылған тарифҡа махсус өҫтәмәләр иҫәбенә финансланған Башҡортостан Республикаһын газификациялау программаһы сиктәрендә алып барыла. 2019 йылда Дауытта проект эштәре планлаштырылған. 2020 йылда иһә төҙөлөш-монтаж эштәре башланасаҡ. Урамдарҙы яҡтыртыу ауыл халҡының заявкалары буйынса һәм финанслау хәленә ҡарап башҡарыла. Тағы ла: Дауытта бөгөн 5 һыу колонкаһы эшләй, йортона һыу үткәрергә теләүселәр айырым абонент хаҡы буйынса быны эшләй ала», — тип яуап бирә Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте.
«Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисереүселәр исемлеге нисек формалаштырыла? Ни өсөн берәүҙәр һуң ғына ғариза яҙып та, исемлектә алға килеп сығалар?» — тип борсолғандар бар.
«Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисереүселәргә ярҙам итеүсе сараларҙың береһе булып 2015 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» федераль программаһы сиктәрендәге «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» подпрограммаһы тора. Әле район хакимиәтендә ошо программа тормошҡа ашырыла. Ғаиләләрҙе иҫәпкә ҡуйыу һәм сиратты үтәү БР Хөкүмәтенең 2016 йылдың 10 мартындағы 73-сө һанлы ҡарарына ярашлы башҡарыла. Йәғни, күп балалы ғаилә статусын алыусылар өҫтөнлөк менән файҙалана. Торлаҡ төҙөүгә субсидиялар бүлеү федераль һәм республика ҡаҙнаһынан аҡса күсерелеүгә бәйле. Өҫтәмә һорауҙар менән муниципаль район хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ә беренсе сабый тыуыуға бәйле бер тапҡыр түләнгән 300 мең һумлыҡ матди ярҙам бүлеү БР Төҙөлөш комитеты тарафынан тормошҡа ашырыла. Ғаризаларҙы МФЦ-ға үҙ аллы тапшырырға кәрәк, был һорауҙы район хакимиәте контролдә тотмай», — тинеләр муниципаль район хакимиәтендә.