-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Декабрь 2018, 12:13

Коррупцияны булдырмаҫҡа

Район хакимиәтендә коррупцияға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы уҙҙы.

Район хакимиәтендә коррупцияға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы уҙҙы. Уның эшендә комиссия ағзаларынан тыш, район хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре, төрлө хеҙмәт етәкселәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәренең эштәр идарасылары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы вазифаһын башҡарыусы И. Р. Ғүмәров семинар-кәңәшмәне асып, коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса ҡануниәттәге һуңғы үҙгәрештәр һәм талаптар менән муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе таныштырыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ришүәтселектең аҡса биреүгә генә ҡайтып ҡалмауын, ә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә коррупция хәүефе юғары булған: ер участкалары бүлеү, урындағы бюджетты үтәү, муниципаль милек менән идара итеү, аукцион, һатып алыуҙар үткәреү өлкәләрендә закондарҙы күҙәтеүгә айырым иғтибар биреүҙе талап итте. Власть, вазифауи вәкәләттәр менән файҙаланыу, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡҡа, туған-тыумасалыҡҡа урын ҡалмаҫҡа тейеш.

— Коррупцияға ҡаршы көрәш комиссияһының төп бурысы — коррупция сәбәптәрен һәм таралыу шарттарын асыҡлау һәм уны тамырынан юҡ итеү өсөн район хакимиәте һәм Советы, ауыл биләмәләре тарафынан коррупцияға ҡаршы сәйәсәт булдырыу, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм бүтән дәүләт органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү, — тине Илфат Рәфҡәт улы. — Беҙҙең эшмәкәрлектең тағы бер йүнәлеше — дәүләт һәм муниципаль аппаратты сәләмәтләндереү, вазифауи кешеләрҙең бурыстарын һәм хоҡуҡтарын аныҡ билдәләү. Түрәләрҙең эшмәкәрлеге халыҡҡа асыҡ һәм аңлайышлы булырға тейеш.

И. Р. Ғүмәров коррупцияға ҡаршы тороу өсөн власть һәм йәмәғәт, эшҡыуарҙар ойошмалары, киң мәғлүмәт сараларын нығыраҡ йәлеп итергә саҡырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, урындағы үҙидара органдары һәм граждандар, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү, дәүләт һәм муниципаль власҡа йәмәғәт контроле булдырыу кеүек һөҙөмтәле сараларҙы ҡулланыу кәрәклеген билдәләне.

Муниципаль район хакимиәтендә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса сараларҙың үтәлеше хаҡында ла бәйән итте сығыш яһаусы. Йыл башында ҡабул ителгән планға ярашлы, ултырыштар, депутаттар һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн семинарҙар уҙғарылған. Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең килем тураһында мәғлүмәтте дөрөҫ һәм теүәл тапшырыуы буйынса консультациялар бирелгән.

Район хакимиәтенең баш юрисы А. Б. Миянов дәүләт хеҙмәтендәге сикләү һәм тыйыуҙар менән таныштырып үтте. Вазифауи бурыстар үтәүгә бәйле физик һәм юридик берәмектәрҙән ниндәйҙер бүләк алыу, уҡыуҙа, эштә өҫтөнлөктәргә эйә булыу законға ҡаршы килә. Азат Булат улы дәүләт хеҙмәткәрҙәренең коррупцион юҫыҡта хоҡуҡ боҙғаны өсөн ниндәй яуаплылыҡҡа тарттырыласағын бәйән итте.

Хакимиәттең кадрҙар буйынса баш белгесе Д. Ф. Садиҡова үҙенең сығышында хеҙмәткәрҙәр тарафынан килем тураһында мәғлүмәт биреүҙәге үҙгәрештәргә ентекле туҡталды. Йыл һайын 30 апрелгә тиклем килем һәм сығым, мөлкәт тураһында мәғлүмәтте муниципаль район хакимиәте башлығы, ауыл биләмәләре башлыҡтары, депутаттар, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, етәкселәр тапшырырға тейеш. Шулай уҡ уларҙың ғаиләләре — тормош иптәше һәм балаларының килем һәм сығым, мөлкәте хаҡында белешмә бирелә. Район хакимиәтенең рәсми сайтында, коррупцияға ҡаршы көрәш бүлегендә килем тураһында белешмә тултырыу өлгөһө булыуын әйтеп, Динә Фазылғаян ҡыҙы мәғлүмәтте дөрөҫ тултырырға саҡырҙы.

Д. САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: