+2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
7 Декабрь 2018, 12:51

Светофор кәрәк...

Райондаштарыбыҙ социаль селтәрҙәрҙә ҡалдырған мөһим һорауҙарға байҡау яһауҙы дауам итәбеҙ.

Райондаштарыбыҙ социаль селтәрҙәрҙә ҡалдырған мөһим һорауҙарға байҡау яһауҙы дауам итәбеҙ.

«Һамар ауылына модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөргә вәғәҙә иткәйнеләр, — тип яҙалар Һамарҙан. — Тик хәҙер аҡса юҡ тейҙәр, ә ФАП емерелеп бара, ремонт күргәнебеҙ юҡ. Хатта оло инәйҙәр ҙә ҡабул итеүгә килергә ҡурҡа».

Һамар ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан. Фельдшер хеҙмәтләндергән биләмәгә 532 кеше ҡарай. 1986 йылда төҙөлгән балалар баҡсаһы бинаһына әлегә капиталь ремонт талап ителмәй, — тип яуаплай район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов. — Модулле ФАП мәсьәләһенә килгәндә, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына заявка ебәргәнбеҙ, проект раҫланды, объектты төҙөү 2021 йылға планлаштырылған. Муниципаль район хакимиәте үҙ сиратында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ултыртыуға ер участкаһы бүлеү һәм коммуникациялар үткәреү бурысын башҡарасаҡ».

«Хөрмәтле район хакимиәте! — тип мөрәжәғәт итә тағы бер райондашыбыҙ. — Силәбе өлкәһе етәкселегенә талап ҡуйып булмаймы? Красная Башкирия — Озерное — Магнитогорск — Аэропорт йүнәлештәрен айырған хәүефле юл сатына светофор урынлаштырыу көнүҙәк мәсьәлә. Аҙна һайын тигәндәй бында авариялар теркәлә, кешеләр зыян күрә».

Муниципаль район хакимиәте тарафынан Магнитогорск — Аэропорт трассаһындағы авариялар һаны иҫәпләнеп, анализ яһалған һәм Силәбе өлкәһенең Юл хужалығы һәм транспорт министры Д. С. Микулик исеменә 2016 йылда уҡ Силәбе өлкәһе милкендә булған был юл сатын светофор менән йыһазландырыуҙы һорап хат ебәрелгән. Хаттан күренеүенсә, күрше өлкә милкенә ингән трасса Әбйәлил район биләмәһе аша үтә һәм ундағы хәүефһеҙлек өсөн район ЮХХДИ-һы яуап бирә. Тап ошо юл сатында ике һәм унан күберәк автомобиль ҡатнашлығында авариялар теркәлә, юл-транспорт ваҡиғалары башлыса водителдәр тарафынан юл саты, боролош ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында килеп сыға.

«Һеҙҙең мөрәжәғәтегеҙҙе тикшереү нигеҙендә шуны белдерәм: Магнитогорск — Аэропорт трассаһының 6 км+850 м юл участкаһындағы юл саты бөтә кәрәкле юл билдәләре менән йыһазландырылған, улар юл хужалығы талаптарына тулыһынса яуап бирә. Хатығыҙҙа билдәләнгән юл саты авариялар һаны буйынса киҫкен урындар иҫәбенә инмәй. Шуға күрә Силәбе өлкәһенең Юл хужалығы һәм транспорт министрлығы был участкала хәрәкәт схемаһын үҙгәртеү һәм светофор урынлаштырыуҙы кәрәк тип тапмай», — тип яуап биргән Силәбе өлкәһенең тәғәйен ведомствоһы.

Әммә ул мәлдән алып ярайһы уҡ күп ваҡыт үткән, юлда машиналар һаны артҡандан-арта бара, транзит транспорт саралары күбәйә. Тимәк, һорау асыҡ ҡала...

Р. МӘСӘЛИМОВА әҙерләне.
Читайте нас: