+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
7 Декабрь 2018, 12:00

ВИЧ-ҡа ҡаршы күмәк көс менән

«Үҙеңде тап!» йәштәр-үҫмерҙәр клубы йылдағыса 1 декабрь — Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө алдынан уҡыусылар араһында ошо көнүҙәк теманы яҡтыртыусы плакат, реферат, һүрәт һәм иншалар конкурсы иғлан итте.

«Үҙеңде тап!» йәштәр-үҫмерҙәр клубы йылдағыса 1 декабрь — Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө алдынан уҡыусылар араһында ошо көнүҙәк теманы яҡтыртыусы плакат, реферат, һүрәт һәм иншалар конкурсы иғлан итте. Конкурс һөҙөмтәләренә йомғаҡ тантаналы шарттарҙа Йәштәр йортонда яһалды. Бер уңайҙан сарала ҡатнашыусылар 1-се Асҡар урта мәктәбе (етәксеһе З. И. Мусина), «Үҙеңде тап!» йәштәр-үҫмерҙәр клубы (М. Р. Ильясова) һәм Хәмит урта мәктәбе (И. З. Нәҙершина) агитбригадалары әҙерләгән фәһемле сығыштарҙы ла ҡараны.

Агитбригадаларҙа ҡатнашыусы йәштәрҙең бөтә Ер шары халҡын борсоған ВИЧ-инфекция проблемаһына етди ҡарауы күҙгә ташланды. Уҡыусылар сирҙең таралыуын сикләргә өндәп, афәтте күмәк көс, аныҡ аҡыл менән генә туҡтатып булыуына баҫым яһаны.

Үҙәк дауахананың инфекция кабинеты шәфҡәт туташы Р. Йосопованың сығышынан бөгөн районда 147 ВИЧ-сирле иҫәптә тороуын белдек, шуларҙың икәүһе — балалар. Сирҙең енси юл менән таралыуы йыш күҙәтелә. Ҡан аша йоҡтороу осраҡтары һирәк. Быйыл Әбйәлилдә йәшәүсе 5 мең кеше махсус анализ тапшырһа, шуларҙың 33-өндә кешенең иммундефициты вирусы асыҡланған. Был бик ҡурҡыныс һандар. Ә бер ниндәй анализ бирмәй, үҙенең ВИЧ-статусын белмәй, яман сирҙе таратып йөрөүселәр күпме?!

Гигиена талаптарын үтәү, кешенең теш щеткаһы, ҡырынғысы менән ҡулланмау, ят салондарҙа татуировка эшләтмәү, теләһә кем менән һаҡланмайынса енси бәйләнешкә инмәү, наркотиктар ҡабул итмәү — үҙеңдә ВИЧ булдырмауҙың төп ысулдары. Ҡағиҙәләр ябай. Бары тик уларҙы үтәргә кәрәк. Сәләмәт булып ҡалам тиһәң — мотлаҡ.

Артабан Йәштәр йортона йыйылыусылар «Красная метка» исемле ҡыҫҡа метражлы, әммә күңелдәргә үтеп инерлек фильм ҡараны.

Конкурста еңеүселәрҙе район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Шайморат Нәбиуллин, «Үҙеңде тап!» йәштәр-үҫмерҙәр клубы директоры Гөлкәй Ишбулатова тәбрикләп, диплом һәм бүләктәр тапшырҙы. Йәштәр эштәре буйынса комитеттың грамотала-рына иншалар бәйгеһендә беренсе урын яулаусы Иштуған Кейекҡужин (Ҡырҙас), Дилбәр Нөғәмәнова (Буранғол), Анастасия Замураева (Асҡар), рефераттар конкурсында еңеүсе Альбина Ҡарасурина менән Айгөл Насибуллина (Асҡар), Миләүшә Солтанова (Буранғол), плакат эшләүселәр араһында беренсе тип табылған Лира Ғәлиуллина (Хәмит), һүрәт эшләү оҫталары Гөлзифа Камалова (Буранғол), Амелия Килдейәрова, Арсен Әсфәндийәров (Асҡар) һәм башҡалар лайыҡ булды.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: