+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Декабрь 2018, 12:29

Ғүмер ҡәҙерен аңларға...

Район хакимиәте янындағы ғаилә сәйәсәте буйынса координацион советтың сираттағы ултырышы үтте. Һөйләшеүҙә социаль хеҙмәттәр етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, психологтар ҡатнашты.

Район хакимиәте янындағы ғаилә сәйәсәте буйынса координацион советтың сираттағы ултырышы үтте. Һөйләшеүҙә социаль хеҙмәттәр етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, психологтар ҡатнашты.

«Түңәрәк өҫтәл»гә йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов сығыш яһап, һуңғы йылдарҙа йәмғиәтте борсоған оло проблема — үҙ ирке менән яҡты донъянан китеүселәр күбәйеүе хаҡында бәйән итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әбйәлилдәр был күңелһеҙ статистикала алдынғы урындарҙы биләй. Раян Баян улы ғүмерҙәрен ҡыйыусылар һанын кәметеү өсөн ни эшләргә, нисек йәштәрҙе был афәт ҡулынан йолоп ҡалырға, был хәлдең сәбәптәре нимәлә булыуын асыҡлау маҡсатында һөйләшеүҙең көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Земфира Досманова демография күрһәткестәренә туҡталды. Ағымдағы йылдың 10 айында 30 суицид осрағы теркәлгән. Хеҙмәт йәшендәге 24 ир һәм 1 ҡатын, 17 йәшлек егет менән ҡыҙ, 3 оло кеше үҙенә ҡул һалған. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда үҙ ирке менән үлеүселәр һаны 33 булған.

Райондың имамы Әхмәт хәҙрәт Шәйәхмәтов менән Ярлыҡап ауылы муллаһы Урал Вафин был яман күренештең сәбәптәрен асыҡларға тырышты. Диндарҙар иман юлына баҫыу, дини тәғлимәттәрҙе үтәү, йәштәрҙе әҙәп-әхлаҡ ҡанундары буйынса тәрбиәләү, ҡул һалыу оло гонаһ икәнлеген аңлатыу буйынса мәсеттәр, ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советтары бергәләп эш алып барырға тейеш тип билдәләне. Һәйетҡолдан ағинәй Вәсилә Садиҡова бәлә башы — эскелектә булыуын әйтеп, иң тәүҙә шул зәхмәткә ҡаршы ныҡлап көрәшергә саҡырҙы. Был йәһәттән сәсәниә «Айыҡ ауыл»дарҙың ыңғай йоғонтоһо булыуын дәлилләп, элек-электән айыҡлыҡ өсөн көрәшкән Һәйетҡолда был ағыу ҡотҡоһона бирелеүселәр әллә ни булмауын, үҙ теләге менән яҡты донъянан китеүселәр юҡлығын һөйләне. Эскелекте тыйыу өсөн иң тәүҙә көмөшкәселәргә ҡаршы ныҡлы эш алып барырға кәрәк тип белдерҙе. Ағинәй йәш быуынды иманлы итеп тәрбиәләү өсөн балалар араһында Ҡөрьән сүрәләрен ятлау буйынса ярыш ойоштороу зарурлығын әйтте.

Район хакимиәтенең физкультура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Артур Дәүләтбаев суицид ҡылыусыларҙың был аҙымға ниндәй сәбәп килтереүе, эске арҡаһында күпме ғүмер өҙөлөүен ентекле анализлау мөһим тине. Тормош матурлығын, ғүмер ҡәҙерен аңлатҡан видеороликтар эшләп, социаль селтәрҙәргә һалырға, белем биреү учреждениеларында кластан тыш сараларҙа күрһәтергә кәрәк тигән тәҡдим индерҙе.

— Мәктәптәрҙә психологтар етешмәй, мәҫәлән, беҙҙә 920 уҡыусыға бер психолог, һәр бала менән эшләү өсөн был аҙ, — тине Т. Кусимов исемендәге гимназия психологы Зилә Мәғәфүрова. — Шуға, тәрбиә мәсьәләһендә мәктәпкә генә һылтанып ултырыу дөрөҫ түгел, ата-әсәләргә баланы бәләкәй сағынан эргә-тирәләгеләр менән аралашырға, төрлө хәлдәрҙән сығыу юлын өйрәтергә, үҙенә ышанысты арттырырға кәрәк. Был йәһәттән, мәктәп менән ғаилә тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш. Юғиһә, күп осраҡта балаларын уҡыуға оҙатҡан ата-әсәләр уларҙың ысынында ҡайҙа йөрөгәнлеген белмәй. Эскән, тартҡан, насвай ҡулланған балалар күбәйеүе ата-әсәләрҙең уларҙы контролдә тотмауы, аҡсаны иҫәпһеҙ биреүе арҡаһында килеп сыға.

Мәғариф бүлегенең опека бүлеге начальнигы Эльвира Ниғмәтова йәштәр, айырыуса балалар араһында эште бик һаҡ алып барыу мөһимлеген билдәләне, был хаҡта күп һөйләү, бигерәк тә миҫалдар килтереү кире реакция тыуҙырыуы ихтимал тине.

— Үҙ теләге менән яҡты донъянан китеүселәр йәмғиәтте баҫып алған кире күренештәрҙең күҙгә күренеп торған өлөшө. Ғаиләләрҙәге аңлашылмаусанлыҡтар, айырылышыуҙар, әсәйҙәрҙең балаларын яңғыҙ тәрбиәләүе, башҡорт ҡыҙҙары-ның сит милләткә кейәүгә сығыуҙары, эшһеҙлек ахыр сиктә ошо аҙымға килтерә, — тип белдерҙе ЗАГС бүлеге мөдире Фәриҙә Әхмәтова.

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева был тәңгәлдә эште халыҡ араһына сығыуҙан башларға, әҙәп-әхлаҡ, тәүфиҡ хаҡында аңлатырға, айыҡ тормошҡа өндәргә саҡырҙы. «Сәләмәт ауыл» район конкурсының да ыңғай һөҙөмтәһе барлығын, урындарҙа халыҡты берләштереүен, ауылда яңы һулыш, йән өрөүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Имен булмаған ғаиләләргә ярҙам кәрәк, уларҙа тәрбиәләнеүсе балалар ҙа контроль аҫтында булырға тейеш. Яңғыҙ әсәләр ҙә тормош ауырлыҡтарына тиҙ бирешә, күп осраҡта улар көсһөҙ, ҡыйынлыҡтар алдында баҙап ҡала, — тине район хаки-миәтенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия секретары Нәдилә Фәттәхова. — Тормош тарафынан ҡыйырһытылғандар үҙ-үҙенә бикләнеүсән, уларҙың күңеленә асҡыс табыу мөһим. Ғаиләләр буйлап даими рейдтарға сығыу, әңгәмә уҙғарыу мотлаҡ.

«Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы директоры Гөлкәй Ишбулатова менән психолог Миңһылыу Ильясова социаль-психологик хеҙмәттең мәктәптәр менән бәйләнешен яңынан тергеҙәйек, эште бергә алып барайыҡ тигән тәҡдим индерҙе. Уҡыусылар менән төрлө тренингтар, «түңәрәк өҫтәл»дәр уҙғарыу, психологик алымдар ярҙамында күңел торошон диагностикалау, тейешле ярҙам күрһәтеү мөмкин.

Координацион советтың ултырышын йомғаҡлап, Раян Фәттәхов фекерҙәр һәм тәҡдимдәр ҡоро һүҙ булып ҡалмаясағын, уларҙы тиҙ арала тормошҡа ашырыу буйынса эш башланасағын белдерҙе.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас: