+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Декабрь 2018, 19:14

Ҡыйҙы ваҡытында сығарыу — ҡыйын эшме?

Район үҙәгенең ҡатлы йорттар урынлашҡан кварталдарында сүп-сар «тауҙары» бер ҡасан да бөтмәҫ, ахыры.

Район үҙәгенең ҡатлы йорттар урынлашҡан кварталдарында сүп-сар «тауҙары» бер ҡасан да бөтмәҫ, ахыры. Элегерәк контейнерҙарға түккән мәлдә фатир хужалары комхоздың ваҡытында ҡыйҙы йыйып алмауына, шул арҡала сүп һауытынан ашып ултырған ҡалдыҡтарҙы һыйыр, эттәр туҙҙырыуына зарлана ине. Хәҙер билдәле көндә, тейешле сәғәттә машина кварталдар буйлап йөрөп, сүп-сарҙы йыйып ала. Уйлап ҡараһаң, бер ерҙә лә ҡый туҙып ятырға тейеш түгел һымаҡ. Ләкин, «йөк әле лә шунда...» Ваҡытында сығармаған йәки сүп биҙрәһен түгергә онотҡан квартиранттар уны подъезд алдына сығарып ташлауҙы хуп күрә. Шунан ҡулланыуҙан ҡалған һауыт, ҡаптар, ҡағыҙҙар һ.б. тотош урамға тарала. Үҙҙәре сығарып ырғытҡан нәмәләре йорт алдын йәмһеҙләп ятыуы өсөн шуны ашаҡлап инеп-сығып йөрөүселәргә оят булырға тейеш тә бит. Бәлки, киләһе йылдан хәл үҙгәрер? Ай һайын һәр кешенән шул сүп өсөн 200 һум сығара башлаһаҡ, ул ысынлап та ҡәҙерле булыр, тейешле урынға ташларға, тапшырырға өйрәнербеҙ, моғайын. Ни тиһәң дә, йәшәгән еребеҙҙе үҙебеҙ таҙалыҡта тотмаһаҡ, быны ҡырҙан килеп берәү ҙә эшләмәйәсәк. Ә әлегә, фатир хужалары ошондай хәшәрәттә йәшәүҙе хуп күрә.

Д. САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: