+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
28 Декабрь 2018, 11:33

Депутаттарҙан байрам бүләге

Яңы йыл алдынан балаларҙы, яҡындарыңды бүләктәр менән ҡыуандырыу бик матур күренеш. Ә бына район Советы депутаттары үҙҙәренең байрам бүләген хосписҡа инселәне.

Яңы йыл алдынан балаларҙы, яҡындарыңды бүләктәр менән ҡыуандырыу бик матур күренеш. Ә бына район Советы депутаттары үҙҙәренең байрам бүләген хосписҡа инселәне.

Бер төркөм муниципаль район Советы депутаттарын Хәлиҙә Ғәйфуллина етәкселегендәге хоспис коллективы ҡаршы алды.

Район Советы депутаты Рәсүл Шөғүров үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.

— Депутаттар корпусы райондың медицина тармағын иғтибарҙан ҡалдырмай. Яңыраҡ социаль-гуманитар комиссия менән берлектә беҙ үҙәк район дауаханаһы, ауылдарҙа табип амбулаториялары һәм ФАП-тар торошон тикшереп сыҡтыҡ. Хосписты ла ҡараныҡ. Рейд һөҙөмтәһендә район Советы ултырышында паллиатив ярҙам бүлексәһенә капиталь ремонт эшләү тураһында ҡарар ҡабул иттек, әлеге ваҡытта смета әҙерләнә, — тип белдерҙе Рәсүл Иғдисам улы. — Бының менән генә туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ, артабан да ярҙам-иғтибарҙан өҙмәйәсәкбеҙ.

Коллектив алдында район Советы рәйесе Ишморат Әминев сығыш яһаны.

— Ҙур ихтирамға лайыҡ шәхесебеҙ Ишмырҙа Һиҙиәтов башлаған изге эш туҡталып ҡал-маһын, киләсәктә лә дауам итһен өсөн тырышасаҡбыҙ. Ауыр сирлеләрҙең хәлен еңеләйтергә, уларға өмөт-ышаныс биргән табиптар, шәфҡәт туташтарына яҡшы мөғәләмәләре, иғтибарлы булыуҙары өсөн ысын күңелдән рәхмәт, — тине Ишморат Шамил улы.

Депутаттар Ҡотдос Ғәзизов, Зариф Абдуллин һәм Вадим Заһитов коллективты тәбрикләне. Улар үҙәк район дауаханаһының бүлексәһе булып иҫәпләнгән хосписҡа айырым статус алып биреү кәрәклеге хаҡында һүҙ йөрөттө. Бында эшләүсе аҡ халатлыларға изге эштәрендә сабырлыҡ, түҙемлек, яңы йылдың тик ҡыуаныс-шатлыҡтар килтереүен теләне.

Хосписҡа шәп бүләктәр тапшырҙы депутаттар. Кер йыуыу машинаһы сафтан сығыу арҡаһында көн дә түшәк кәрәк-яраҡтарын ҡул менән йыуған апайҙар көтөлмәгән ярҙамға ихлас ҡыуанды. 10 килограммға тиклем һыйҙырышлы кер йыуыу машинаһы, ҙур үтекләү таҡтаһы, саң һурҙырғыс, үтек, порошоктар уларға бик ҡулай буласаҡ.

Райондың баш табип урынбаҫары Рәфис Манапов медицина тармағына битараф ҡалмағандары өсөн депутаттарға рәхмәт белдерҙе.

Хәлиҙә Хәлфәт ҡыҙы хосписта һуңғы осорҙа барған ыңғай үҙгәрештәр, мунсаға ремонт үтеүе хаҡында ҡыуанып һөйләне һәм коллектив исеменән район Советы депутаттарына ҙур бүләк өсөн ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: