+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
3 Ғинуар 2019, 13:39

Магнитогорск, беҙ һинең менән...

Яңы йылды яҡшы кәйеф менән, күңелле итеп ҡаршылау яҙманы быйыл.

Яңы йылды яҡшы кәйеф менән, күңелле итеп ҡаршылау яҙманы быйыл. Һыҙланыу ҡатыш өмөт менән һәр кем телевизорҙан яңылыҡтар сығышын көттө, сөнки әбйәлилдәр телендә «город» тип кенә йөрөтөлгән, ныҡ яҡын күргән күрше ҡалабыҙ Магнитогорск халҡына ҙур бәлә килде.

31 декабрҙең таңында Карл Маркс урамындағы күп ҡатлы йортта газ шартлауы (рәсми версия шулай яңғырай) һөҙөмтәһендә бер подъезд тулыһынса емерелеп төштө. Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнгән кешеләр сатлама һыуыҡта бетон плиталар аҫтында ҡалды...

35 сәғәт буйы емереклектәр аҫтында ятып, ни мөғжизә менәндер иҫән ҡалған 11 айлыҡ малай — Ваня Фокиндың һаулығын теләп бөгөн бөтә ил халҡы Хоҙайҙан ялбара. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре илап ятҡан баланы эҙләп тапҡан кадрҙарҙы берәү ҙә тыныс күңел менән ҡарай алмағандыр. Уны тиҙ арала махсус борт менән Мәскәүгә, Л. Рошаль етәкселегендәге дауаханаға оҙаттылар. Аяҡ-ҡулдары өшөгән, баш мейеһе һелкенгән ауыр хәлдәге сабый бөгөн Рәсәйҙең иң яҡшы табиптарының күҙәтеүе аҫтында, әсәһе лә уның янында...

Силәбе өлкәһендә 2 ғинуар матәм көнө тип иғлан ителде. 31 декабрь төнөндә ҡалаға Рәсәй Президенты Владимир Путин да килеп, оператив кәңәшмә уҙғарҙы, ҡазаға тарыусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе.

Магнитогорскиҙың үҙенән, Силәбе ҡалаһынан, шулай уҡ Белорет һәм Учалы райондарынан килгән ҡотҡарыусылар бик хәүефле шарттарҙа, көндө төнгә ялғап эшләй, тере ҡалғандарҙы табыу өсөн бар тырышлығын һала. Әммә өмөт сатҡылары көндән-көн һүрелә бара. Гәзитебеҙҙең был һанын әҙерләгәндә һәләк булған 37 кешенең, шул иҫәптән алты баланың, кәүҙәһе табылыуы тураһында мәғлүмәт бар ине. Тағы дүрт кешенең яҙмышы билдәһеҙ.

Әбйәлилдәр күршеләрҙең бәләһенә битараф ҡалманы. Яңы йыл төнөндә ирекмәндәр тиҙ арала йылы кейемдәр, тәү сиратта аҙыҡ-түлек, йыуыныу әйберҙәре йыйып, йортһоҙ ҡалған кешеләргә илтеп тапшырҙы. 31 декабрҙә Магнитогорск халҡының ҡайғыһын уртаҡлашып, районда бөтә күңел асыу саралары туҡтатылды.

Беҙ һеҙҙең менән, күрше-ләр. Башҡа ҡайғы-ҡаза килмәһен. Ваня, иҫән-һау ғына бул.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: