+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Ғинуар 2019, 12:15

Руль артында — 50 йыл

Боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, епшек ҡар… Бындай тәбиғәт шарттары беҙҙең ерлек өсөн ғәҙәти күренеш.

Боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, епшек ҡар… Бындай тәбиғәт шарттары беҙҙең ерлек өсөн ғәҙәти күренеш, әммә нәҡ ошондай мәлдәрҙә юл-транспорт ваҡиғалары һаны ҡырҡа арта, кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Хәйер, аварияларҙың көн дә ҡабатланып тороуы иһә уларҙа бер тәбиғәт кенә ғәйепле булмағанын күрһәтә. Шуға ла рулгә ултырған һәр водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәһә, тәртип булмаясаҡ. Юлдарға күҙ һалһаң, бөтәһе лә ҡайҙалыр ашыға, ҡабалана… Автомобилдәр бер-береһенең өҫтөнә менеп бара, ҡот осҡос тиҙлек менән ҡыуа. Ошондай сыҙамһыҙ, тәртипһеҙ, яуапһыҙ водителдәр арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең һәләк булыуы икеләтә ҡыҙғаныс.

Әлбиттә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән, оҙаҡ йылдар аварияһыҙ йөрөгән водителдәр ҙә бар арабыҙҙа. Шуларҙың береһе — Амангилде ауылынан И. И. Вәлиуллин.

Хеҙмәт ветераны, мәғариф алдынғыһы Ишбирҙе Вәлиуллиндың рулгә ултырыуына 50 йыл, ошо ярты быуат эсендә ул бер тапҡыр ҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаған.

— Үҙемде белгәндән алып спортҡа битараф түгелмен: бәләкәйҙән йүгерҙем, саңғыла, велосипедта, мотоциклда йөрөнөм. Районда үткән төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Тәмәке тартманым, спиртлы эсемлектәр менән дуҫлашманым. Хеҙмәт яраттым, егәрлелегем уң ҡанатым булды, — ти ул үткән ғүмер юлын байҡап.

Физика-математика факультетын тамамлап, ҡырҡ йылдан ашыу мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран бөгөн дә рулдә. Оҫта, тәжрибәле водителдән аварияһыҙ йөрөү оҫталығының сере менән гәзит уҡыусыларыбыҙ менән дә уртаҡлашыуын һораныҡ.

— Водителдәрҙең бер-береһенә ихтирамы кәрәк. Рулгә ултырыр алдынан шофер ял иткән, кәйефе яҡшы булырға тейеш. Иғтибарлы булыу — иң мөһим шарт. Йәйәүле юлға баҫты икән, айырыуса ҡыш көндәре, транспортыңды туҡтатып, уны үткәреп ебәрергә кәрәк. Үткәүел тирәһендә күҙенә аҡ-ҡара күренмәй йүгереп йөрөгәндәр бигерәк ҡурҡыныс. Шулай уҡ тик үҙ һыҙатыңдан йөрөү ҙә мотлаҡ. Ел менән сабышып йөрөгән машиналарҙы ла үткәреп ебәреүең яҡшыраҡ.

Дистанцияны мотлаҡ һаҡлайым, бер тиҙлектә йөрөргә тырышам. Сәйер күренгән машиналарҙан юлдың ситенәрәк сығып, уларға һәр саҡ юл бирәм. Өҫтөнлөк тамғаһы торһа ла, йәки йәшел ут янһа ла, ашыҡмау хәйерле —алабарман водителдең ҡаршыңа килеп сығыуы ихтимал. Һул яҡҡа боролорҙан алда, көҙгөгә ҡарап юл бушағас ҡына ҡуҙғалам. Яңы рулгә ултырғандарға башҡаларға ҡарап өйрәнеү насар булмаҫ ине.

Уҙған йәй юлда йөрөгән ат-һыйыр малдары күпкә әҙәйеүенә иғтибар иттем. Шулай ҙа юлда мал осраһа, уларҙы тауыш-тынһыҙ урап үтеү хәйерле. Әгәр аттар үтеп булмаҫлыҡ булып юлда торһа, туҡтап, нимә менәндер тауыш сығарырға кәрәк, улар ҡаса.

Ат хужалары һәр ваҡыт тәғәйен бер урынға тоҙ һалһа, малдар шунда йөрөйәсәк.

Шулай итеп, уяулыҡ, янаған хәүеф-хәтәрҙе алдан күҙаллау, барыбыҙҙы ла күңелһеҙ осраҡтарҙан һаҡлаясаҡ. Юл-патруль хеҙмәте экипаждарының эшен ыңғай баһаларға өйрәнәйек, кәрәк саҡта уларға ярҙам да итәйек, — тигән фекерҙә Ишбирҙе Исрафил улы.

Билдәле булыуынса, 1 апрелдән аварияһыҙ йөрөү коэффициентын (КБМ) ҡулланыу ҡағиҙәләренә лә үҙгәрештәр индерелә. КБМ бонусы бер йыл элек төҙөлгән ОСАГО килешеүҙәрендәге аварияһыҙ йөрөү хаҡындағы мәғлүмәттәргә ҡарап билдәләнә. Һәм һөҙөмтә булараҡ, аварияһыҙ йөрөгәндәргә ОСАГО полисы ла осһоҙораҡ буласаҡ. Шулай ҙа иң мөһиме — юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән һәм аварияһыҙ йөрөгән водителдәр аяныс хәлдәргә юл ҡуймай, кеше ғүмерҙәре һаҡлап ҡалына. Шуны онотмаһаҡ ине.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: