+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Ғинуар 2019, 17:08

Халыҡҡа ярҙамға — социаль селтәрҙәр

Замана үҙенекен итә: халыҡ хәҙер уй-фекерҙәре, борсоған мәсьәләләре менән тота ла социаль селтәрҙәргә яҙып, туранан-тура район хакимиәтенә, республика Башлығына һорау бирә.

Замана үҙенекен итә: халыҡ хәҙер уй-фекерҙәре, борсоған мәсьәләләре менән ҡайҙа барайым, кемгә мөрәжәғәт итәйем тип аптырап тормай, тота ла социаль селтәрҙәргә яҙып, туранан-тура район хакимиәтенә, республика Башлығына һорау бирә. Был йәһәттән беҙҙең райондаштар ҙа әүҙем. Уларҙың бер нисә һорауы тураһында яҙып үтмәксебеҙ.

Красная Башкирия ауылында йәшәүселәрҙе күптән инде биләмәлә урынлашҡан завод эшмәкәрлеге борсой. Улар яҙған һорауҙан күренеүенсә, Магнитогорск ҡалаһында теркәлгән «Спектр» ЯСЙ-һы дизель яғыулығын икенсел эшкәртеү менән шөғөлләнә. «Был эшмәкәрлектең тирә-яҡ мөхиткә, кешеләргә зыяны ҙур, сөнки завод торбаһынан сыҡҡан ағыулы төтөн ауыл өҫтөнә тарала, таҙа һауаны бысрата», — тип мөрәжәғәт итә урындағы халыҡ.

Мәсьәләне уҙған йыл аҙағында район хакимиәте башлығы И. Нафиҡов, уның төҙөлөш буйынса урынбаҫары Ф. Махийәнов тикшерҙе, әммә улар барғанда предприятиеның эшләмәй торған сағы ине. Һорауҙар прокуратураға һәм Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса идаралыҡҡа йүнәлтелде. Һауаны ағыулаусы ЯСЙ-ны ябыуҙы һораған хаттар күп булғанға күрә, быйыл БР Экология министрлығының Белорет төбәк комитеты тарафынан урындағы һауа составын лаборатор тикшереүгә анализдар алынды. Алдан алынған анализ матдәләрҙең нормаға яраҡлы булыуын күрһәткәйне, шуға хәҙер тикшереүҙәр бер нисә лабораторияла үткәреләсәк. «Анализ һөҙөмтәләре билдәле булғандан һуң, завод эшмәкәрлеген туҡтатыу-туҡтатмау тураһында ҡарарҙы тик суд ҡына сығара ала», — тип аңлатты БР Экология министрлығы Белорет төбәк комитетының әйҙәүсе белгес-эксперты Арсен Таһиров.


Район үҙәгенең йылдам үҫешкән биҫтәләренең береһе — Дауытта йәшәүсе ҡатындың мөрәжәғәте ошолай яңғырай: «Дауытта өйҙәр бәшмәк кеүек үҫә, ауылды хәҙер танырлыҡ түгел. Яңы өй һалыусы йәштәр, мәктәптә уҡыусы балалар күп. Әммә маршрут һәм мәктәп автобустары өсөн ауылдың осонда туҡталыш юҡ, улар ике генә урында — Асҡарҙан килгән яҡта һәм Дауыттың уртаһына ла етмәҫ элек туҡтай. Ә ҡышҡы, ҡараңғы иртәләрҙә балаларға, эшкә йөрөүсе өлкәндәргә лә был юлды үтеүе хәүефле. Шуға күрә беҙгә өҫтәмә туҡталыш кәрәк ине...»

«Мәктәп автобустары алдан билдәләнгән һәм раҫланған маршрут буйынса йөрөй, тәғәйен махсус майҙансыҡтарҙа балаларҙы төшөрә һәм ултырта. Дауыт, районыбыҙҙың башҡа ауылдары кеүек көндән-көн үҫә, матурая, төҙөлөш эштәре гөрләй. Өҫтәмә автобус маршруттары булдырыу, яңы биҫтәләргә туҡталыштар яһау мәсьәләһен күҙ уңында тотасаҡбыҙ», — тип яуапланы уға муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.

Читайте нас: