+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
1 Февраль 2019, 11:36

Бәлә башы эскелектә...

Район хакимиәтенең ғаилә сәйәсәте буйынса координацион советының быйылғы йылда тәүге ултырышы уҙҙы.

Район хакимиәтенең ғаилә сәйәсәте буйынса координацион советының быйылғы йылда тәүге ултырышы уҙҙы.

Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов һөйләшеүҙе башлап, ағымдағы йылға төп бурыстарҙы билдәләне. Имен булмаған ғаиләләр, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләр һәм социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр менән башланған эш артабан да дауам итәсәк. Был мәсьәләләр район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡовтың ныҡлы һәм даими күҙәтеүе аҫтында булыуын белдереп, Раян Баян улы социаль хеҙмәттәр етәкселәренән берҙәм эш алып барыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Демографик хәл буйынса район яҡшы яҡтан да, насар яҡтан да алдынғы урындарҙы биләй. Тыуым буйынса республикала тәүге дүрт район иҫәбендә булһаҡ, үлем, суицид буйынса ла тәүге урындарҙа киләбеҙ. Уҙған йылда 32 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған. 2017 йылда 36 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Күренеүенсә, был юҫыҡта башланған эш һөҙөмтәһендә йылдан-йыл суицидтар һаны кәмей бара. 2010-11 йылдарҙа уларҙың һаны 50-40 булыуын иҫәпкә алғанда дөйөм хәл ыңғай динамика алған.

Тағы бер аяныслы күренеш — эскән килеш өшөү-туңыу. Үҙәк дауахананың баш табибы урынбаҫары Рәфис Манапов әйтеүенсә, ғинуар айында ғына 7 кеше ныҡ өшөп эләккән, бишәүһенең аяҡ-ҡулдарына ампутация яһарға тура килгән. Әлеге бәләләрҙең башы эскегә барып теркәлә. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар «Уңыш», «Магнит», «Пятерочка» магазиндарында төнгө сәғәт 11-ҙән һуң алкоголь һатыуҙы сикләү тураһында закон үтәлешен тикшерергә кәрәк тигән ҡарарға килде. Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе «Уңыш» магазинында бер өҫтәлле «кафе» ойоштороп, араҡыны ҡойоп һатыуҙары хаҡында ла билдәле. Координацион советтың ултырыштарына уларҙың хужалары ла саҡырыласаҡ. Сөнки ошо магазиндар тирәһен төйәк иткән әтрәгәләмдәр мәсет янында өймәкләшеп тороп хәйер һорай. Асыҡланыуынса, уларҙың бөтәһенең дә тиерлек йәшәр урындары, хатта ғаиләләре бар, ләкин улар шундай «тормошто» үҙ иткән. Мәсеткә килгән, автобус көткән кешеләр уларҙы йәлләп биргән аҡсалар тиҙ үк хәмергә әйләнә. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар Асҡарҙың төп өлөшөндәге йәмһеҙ күренеште бөтөрөү: бының өсөн тәү сиратта алкоголь менән сауҙа итеүселәр менән эш алып барыу, урамда йөрөүселәрҙе йорттарына ҡайтарыу хаҡында һүҙ йөрөттө. Район хакимиәтенең юрисконсульты Динис Сәйетғәлин был граждандарҙы иҫәпкә алыу, өйһөҙҙәрен социаль приюттарға урынлаштырыуҙы хәл итеү тәҡдимен индерҙе. Эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары Илһам Килдейәров ирекле халыҡ дружиналары эшен тергеҙеү кәрәклегенә баҫым яһаны. Ҡыҙыҡтырыу өсөн ниндәйҙер дәртләндереү саралары, отпускыға өҫтәмә көндәр биреү хаҡында уйлау мөһим. Пенсия фонды идаралығы начальнигы Сәләх Йомағужин дружинаны икенсе төрлө атау, уның сафына сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған абруйлы ауылдаштарҙы, йәштәрҙе күберәк индереү кәрәклеген билдәләне.

Ә яҙыҡ юлға баҫҡандарҙы ҡәҙимге тормошҡа ҡайтарыу өсөн күп көс һалырға кәрәк: саҡырып әңгәмә үткәрергә, наркология бүлексәһендә дауаларға, риза булһа берәй һөнәргә уҡытырға, эшкә урынлаштырырға, көнкүрешен яйларға. Кемдәрҙең туғандары бар, улар менән дә һөйләшергә. Тик йәшәүҙән-эшләүҙән күптән ваз кискән, аҡса табайым, әҙәмсә ғүмер итәйем тигән төшөнсәләрҙе онотҡан кешеләр бындай тырышлыҡ, көс һалыуҙы аңлар, ҡабул итерме һуң? Кире шул мәсет янына барып тормаҫ тигән гарантия бармы?! Координацион совет ултырышына саҡырылыусы әсә ике улының бер ҡайҙа ла эшләмәүен: тәүҙә өлкәне эскегә бирелеүе, уға ҡустыһы ҡушылып китеүен әсенеп һөйләне. Оло йәштәрҙәге әсә уларҙы хәмерҙән арындырырға ла, эшкә индерергә лә тырышып ҡараған. Тик бушҡа... «Көндөҙ ҡайҙалыр эсеп йөрөйҙәр, төнө буйы өйҙә һуғышалар. Ҡалайтырға белмәйем», — тине ул. Бындай осраҡта аныҡ ҡына кәңәш биреүе лә ҡыйын. Берәй хәл килеп сыҡмаҫ борон бындай «күңелле» тормошто туҡтатырға кәрәк тә бит. Тик әлеге нисек... Участковыйҙарға был йортто контролгә алырға, холоҡтарын үҙгәртеү хаҡында һөйләшеп ҡарарға тәҡдим ителде. Мәшғүллек үҙәге аша һөнәрле итеү, берәй эшкә урынлаштырып ҡарау хаҡында белдерҙеләр.

Ултырышта араҡы, көмөшкә һатыусылар менән көрәш, уларҙы асыҡлау һәм штрафтар һалыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Йәмғиәттә уларға ҡарата рәхимһеҙ ҡараш булдырыу «ҡара бизнес»ты туҡтатырға мәжбүр итәсәк тигән фекерҙәр яңғыраны.

Ауылдарҙа ауыр тормош хәленә ҡалғандарға депутаттар ҙа иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеү кәрәк. Районда социаль приют төҙөү ҙә күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ярай, әлегә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм йәки ғаиләнән тартып алынған балаларҙы дауахана ваҡытлыса үҙенә һыйындыра. Шундай приют булһа, балалар өсөн генә түгел, иренең йәберләүенән ҡотолорға теләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ваҡытлыса төйәк табыр ине. Шулай уҡ, ҡыш уртаһында ҡайҙа барырға белмәгән ир-аттың да килеп һыйыныр мөйөшө булыр. Социаль приют төҙөлһә, туңып үлеүселәр йәки сәләмәтлектәренә зыян килтереүселәр һаны ла кәмер, бәлки.

Ғаилә сәйәсәте буйынса координацион совет ирекле халыҡ дружиналары эшен яйға һалыу буйынса кәңәшмә уҙғарыу, унда әүҙем йәштәрҙе һайлап алыу ҡарарын ҡабул итте. Киләһе ултырыштарға сауҙа нөктәләре етәкселәре, насар юлға аяҡ баҫҡандар һәм уларҙың туғандары ла һөйләшеүгә саҡырыласаҡ.

Д. САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: