+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Февраль 2019, 19:30

Социаль селтәрҙәрҙә көнүҙәк һорауҙар

Әбйәлилдәр социаль селтәрҙәргә көнүҙәк һорауҙарын яуҙырып ҡына тора.

Әбйәлилдәр социаль селтәрҙәргә көнүҙәк һорауҙарын яуҙырып ҡына тора. Берәүҙәр юл, икенселәр һыу, өсөнсөләре газ һәм башҡа кәрәкле коммуникацияларҙың ҡасан булыуы менән ҡыҙыҡһына. Бөтә һорауҙар ҙа бөгөн генә, еңел хәл иткәндәй түгел, шулай ҙа мөрәжғәттәрҙе муниципаль раойн хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов, уның урынбаҫарҙары иғтибарһыҙ ҡалдырмай, ваҡытында яуап бирә.

Хәлил аша үткән Асҡар — Әлмөхәмәт — Сибай юлының ҡалған өлөшөнә асфальт һалыныуға өмөтөн өҙмәй урындағы халыҡ: ҡасан да булһа тигеҙ юлдан елдерербеҙ тип ышана. Шуға был хаҡта һорауҙар әленән әле күренгеләй.
«БР Юл хужалығы идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, Асҡар — Әлмөхәмәт — Сибай юлына асфальт һалыу 2019 йыл планына индерелмәгән. Мөрәжәғәт иғтибарға алынған. Көндәр йылыныу менән ҡырсынташлы трассаға даими төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Сиҙәм ауылы эсенән уҙған автомобиль юлдары талаптарға яуап бирә һәм транспорт ағымына сикләү тыуҙырмай», — тип яуаплай район башлығы И. Нафиҡов.

Нияҙғол ауылына «зәңгәр яғыулыҡ» һораусыларға яуабында район хакимиәте башлығы «Әбйәлил ауылдарын газ менән тәьмин итеү йылдам бара, шулай ҙа «зәңгәр яғыулыҡ» барып етмәгән урындар бар әле, — ти. — Ниязғолға газ индереү өсөн ауыл-ара газүткәргес һалыу талап ителә. «Газпром» ПАО-һының яҡын йылдарҙағы планында был ауылды хеҙмәтләндереү ҡаралмаған».
Читайте нас: