-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Февраль 2019, 12:09

Түләргәме, түләмәҫкәме?

Февраль айында электр энергияһы өсөн түләү квитанцияларында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарған өсөн дә хаҡ ҡушып ебәрелде.

Февраль айында электр энергияһы өсөн түләү квитанцияларында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарған өсөн дә хаҡ ҡушып ебәрелде. Был күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, сөнки ауылдарҙа бындай хеҙмәт күрһәтелмәне. Өҫтәүенә квитанцияларҙа йортта йәшәгән кешеләр һаны тураһында мәғлүмәттәр дөрөҫлөккә тап килмәй. Ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индереүҙе һорап район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәновҡа мөрәжәғәт иттек.

— Районда тик күп ҡатлы йорттарҙа ғына был хеҙмәт күрһәтелде, бындай өйҙәрҙә йәшәгәндәргә бер кеше өсөн 70 һум түләргә кәрәк. Башҡаларға «Эко-Сити» төбәк операторы ебәргән түләү квитанциялары нигеҙһеҙ. Тимәк, ҡый сығарылмаған урындарҙа уның өсөн түләргә лә кәрәкмәй. Әгәр түләп өлгөргәнһегеҙ икән, квитанцияны һаҡларға кәрәк, был сумма киләсәктә хеҙмәт күрһәтелә башлағас, шуның иҫәбенә китәсәк.

Йортта йәшәгән кешеләр һаны буйынса дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәргә килгәндә, паспорт күсермәһен һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенән ғаилә хәле тураһында алынған белешмәне ҡушып, ЭСКБ-ның урындағы филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ ошо документтарҙы электрон почта ([email protected]) йәки хат менән (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 18-се йорт, 4-6-сы бүлмәләр, Е. А. Лактионоваға) «Эко-Сити» адресына ебәрергә була.

«Мин ҡыйҙы сығарыуға килешеү төҙөмәнем, шуға түләргә йыйынмайым» тигәндәргә килешеү төҙөү мотлаҡ түгеллеген әйтеп үтмәксемен. Төбәк операторы үҙенең рәсми сайтында (www.roecocity.ru, «Клиентам» бүлегендә) типовой килешеүҙәрҙе ҡуйған. Барыһы ла шуның буйынса эшләй. Төбәк операторы килешеүҙе рәсми сайтта ҡуйғандың 16-сы көнөнән асыҡ договор-оферта кешеләр өсөн төҙөлгән тип иҫәпләнә. «Эко-Сити» сайтҡа уны ғинуар башында ҡуйғайны, тимәк, барыбыҙ өсөн дә килешеүҙәр төҙөлгән. Ҡыҫҡаһы, ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн түләү закон тарафынан билдәләнгән һәр кемдең бурысы, — тине Фуат Рәфҡәт улы.

Әйткәндәй, был мәсьәлә буйынса аңлашылмаған һорауҙарығыҙ ҡалһа, «Эко-Сити» төбәк операторының «ҡыҙыу линия»һына 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем шылтыратып (тел.: 8-800-700-49-00) яуап алырға була.

Р. ДАУЫТОВА.


Читайте нас: