-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Март 2019, 11:39

«Инцидент» эшләй

«Инцидент» системаһы йәшен тиҙлегендә урындарҙағы төрлө хәл-ваҡиғаларҙы республика етәкселегенә еткерергә мөмкинлек бирә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡты борсоған проблемалар хаҡында тиҙерәк белеү, уларҙы йәһәтерәк хәл итеү маҡсатында социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшләй. Был юҫыҡта төбәк өсөн властың өр-яңы эш алымы булған «Инцидент» системаһы йәшен тиҙлегендә урындарҙағы төрлө хәл-ваҡиғаларҙы республика етәкселегенә еткерергә мөмкинлек бирә.

Уҙған йылдың 1 декабренән эшләй башлаған был система ярҙамында проблемаға күҙ йомоп ҡалып булмай. Уның төп маҡсаты ла тиҙ арала яуап ҡайтарыу, етешһеҙлекте бөтөрөү. Граждандарҙы борсоған мәсьәләне тикшереү район хакимиәтенә йүнәлтелә. Улар тәүлек эсендә яуап ҡайтарырға, мәсьәләне хәл итеү өсөн нимәләр башҡарыласағын аңлатырға тейеш. Һорау яуапһыҙ ҡалдырылһа, муниципалитет антирейтингҡа эләгә. Беҙҙең райондан «Инцидент»ҡа 97 мөрәжәғәт килгән, уларҙың 27-һе юл, 25-е төҙөкләндереү, 9-ы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, 5-е мәғариф өлкәһенә ҡағыла. МФЦ, дауахана эшендәге етешһеҙлектәрҙе күтәргән һорауҙар бар. Февраль айында ҡар күп яуыу сәбәпле, тегендә йәки бында юл, урамдар таҙартылмаған тигән мөрәжәғәттәр ҡырҡа артҡан. Ауылдарҙа берәҙәк эттәр күбәйеүгә зарланыусылар байтаҡ. Балалары өсөн хәүефләнеүселәр тынысланһа ла була, махсус ойошма менән контракт төҙөлгән, улар үҙ эшен башлаған.

Сүп-сар реформаһы – ҡыйҙы сығарыу графигы, түләмдәр буйынса һорауҙар кәмемәй. Уларға аңлатма биреү муниципалитеттар ҡарамағында түгел, шуға күрә килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡтар буйынса «ЭКО-Сити» төбәк операторына, баш логист Олеся Ғабдуллинаға (8-917-049-57-52) мөрәжәғәт итеү зарур.

Д.САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: