+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Апрель 2019, 17:49

Телевизор ҡарайым тип...

Белеүегеҙсә, илдә аналог тапшырыуҙарын һүндереп, һанлы телевидениеға күсереү осоро бара.

Белеүегеҙсә, илдә аналог тапшырыуҙарын һүндереп, һанлы телевидениеға күсереү осоро бара. Беҙҙең районда һанлы сигналды тотмаған төбәктәр бар. Айырыуса был урман-тау яғындағы ауылдарға ҡағыла. Шуға күрә, аналогты һүндереү уларҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙырамы, үҙгәреш нисек бара икәнлеген белеү өсөн Буранғол ауыл биләмәһе хакимиәтенә шылтыраттыҡ.

— Һанлы телевидениеға күсеү процесы башланмаҫ элек үк беҙҙең яҡтарҙа йәшәүсе халыҡ, уңайлы тип, спутниктан сигнал тотоусы «тәрилкә» антенналар ҡуйҙырҙы. 200-гә яҡын канал күрһәтеүсе «тәрилкә»нең ыңғай яҡтары күп, йылына бер түләнгән абонент хаҡы ла ҡыйбат түгел, — тине Буранғол ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов. — Унан тыш оптик-сүс волокнолы телефон бәйләнеше һалынғандан һуң, IP-теле-видениеға тоташыусы ғаиләләр ҙә байтаҡ. Шуның аша Wi-Fi сигналы менән дә файҙаланыу мөмкинлегенә эйәбеҙ. Әммә «тәрилкә» йәки IP-телевидение ҡуйҙырыу мөмкинлеге булмаған ауылдаштарыбыҙ ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Уларҙың йорттарына ташламалы хаҡ менән һанлы телевидение индереү маҡсатында үҙәкләштерелгән рәүештә МФЦ аша, аҙ тәьмин ителеүе, күп балалы булыуы тураһында һәм башҡа тейешле белешмәләр йыйылды, исемлек төҙөлдө һәм район хакимиәтенә тапшырылды.

Шулай итеп, аналогты һүндереү беҙҙең төбәктә борсолоу тыуҙырмай, ә бына кәрәҙле бәйләнеш булмауы үҙәккә үтә. Был һорауҙы ниндәй генә кимәлдә күтәрһәк тә, ул һаман яуапһыҙ ҡала. Вышка ҡуйыу өсөн кеше һаны тулмай тигән сәбәп тә яңғыраны, быныһы инде башҡа һымай. Кәрәҙле сигнал булһа, барыһы ла шул операторға тоташасаҡ. Әле трассаға сыҡҡан урында ғына, яҙа-йоҙа сигнал тота, кемдең ашығыс йомошо бар — фельдшер, эшҡыуарҙар — шунда барып һөйләшергә мәжбүр. Өфөгә юлланыусы бөтә транспорт беҙҙең биләмә аша үтә, әгәр юлда бер-бер хәл, авария була ҡалһа, кәрәҙле бәйләнеш юҡлыҡҡа һылтанырғамы инде?

Р. МӘСӘЛИМОВА яҙып алды.
Читайте нас: