+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Апрель 2019, 12:47

Төпкөлдә лә 20 канал ҡараясаҡтар

Ағымдағы йылдың июнь айынан республика һанлы телевидениеға тулыһынса күсәсәк.

Ағымдағы йылдың июнь айынан республика һанлы телевидениеға тулыһынса күсәсәк, халыҡ 20 федераль каналды бушлай ҡарай аласаҡ. Район үҙәге һәм күп кенә ауылдарҙа йыл башынан уҡ һанлы телевидение күрһәтә башланы. Төпкөлдә лә замана уңайлығынан мәхрүм ҡалмаясаҡтар.

Хәмит һәм Шәрипкә һанлы телевидение сигналы килеп етмәй. Шуға күрә, ике ауылда ла телевизорҙы юлдаш системаһы аша ҡараясаҡтар. Уның ҡорамалдарын ҡуйыу менән «Спутник телеком» йәмғиәте шөғөлләнә. Приставка 1 мең һум тирәһе торһа, юлдаш ҡорамалы алты мең һумға баҫа. Шуға бәйле, республика хөкүмәте айырым категория граждандарға һанлы телевидение ҡарау мөмкинлегенә эйә булыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса ҡарар ҡабул итте. Уға ярашлы, федераль социаль түләм (пенсия 8645 һумдан артмаһа) алыусы хаҡлы ялдағылар һәм балаға айлыҡ пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә юлдаш ҡорамалы бушлай ҡуйыласаҡ йәки приставка алыуҙа матди ярҙам күрһәтеләсәк. Хәмит ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр башҡарыусыһы Ә. Баһауетдинов ошо хаҡта бәйән итте.

— Федераль түләм алыусы ололар һәм аҙ килемле кешеләр араһынан 34 кешенән ҡорамал ҡуйыуға ярҙам биреүгә ғариза һәм тейешле документтар ҡабул иттек. Бынан тыш, Хәмит һәм Шәрип ауылдарында күп бала тәрбиәләүсе 25 ғаиләгә һанлы телевидение өсөн юлдаш ҡорамалдары ҡуйыласаҡ, — тине Әсләм Әхмәт улы.

Был эш башланған, халыҡ әйтмешләй, «тәрилкә» ярҙамында тау-урман төбәгендә йәшәүселәр ҙә һанлы телевидение мөмкинлеге менән файҙаланып, 20 каналды ҡарай аласаҡ.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: