-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
12 Апрель 2019, 12:17

Газ, юл һәм ашхана...

Муниципалитет менән халыҡ араһында бәйләнеш булдырған, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләгән «инцидент» системаһына беҙҙең райондан килгән мөрәжәғәттәрҙе барлауҙы дауам итәбеҙ.

Муниципалитет менән халыҡ араһында бәйләнеш булдырған, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләгән «инцидент» системаһына беҙҙең райондан килгән мөрәжәғәттәрҙе барлауҙы дауам итәбеҙ.

Таштимер ауыл биләмәһенең Әбйәлил ауылында йәшәүсе ата-әсәләр мәктәптә балаларҙы ашатыу сифатына ризаһыҙлыҡ белдереп, мөрәжәғәт итеп кенә ҡалманы, коллектив хат яҙып, ҡултамғалар ҙа йыйҙы. «Алтышар дәрес уҡыусы балалар мәктәптән асығып ҡайта, сөнки ашханала туҡланырға теләмәйҙәр. Килтерелгән аҙыҡ-түлек нигеҙҙә сифатһыҙ, йәшелсә-емештәр серей башлаған була. Ризыҡты билдәһеҙ ярымфабрикаттарҙан әҙерләүҙәре лә беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй», — тип яҙа ата-әсәләр.

Был һорау район хакимиәте башлығы И. Нафиҡов тарафынан ентекле өйрәнелде, урынға сығып та тикшерелде. Бөгөн мәсьәлә хәл ителде тип әйтергә була, ашханаға сифатлы аҙыҡ-түлек ташыйҙар, ашнаҡсы үҙе ҡарап, һайлап ала, яраҡһыҙ йәки иҫкерә башлағанын ҡабул итмәй.

«Һиҙиәтов урамындағы соҡор-саҡырлы юлға ҡарап, илағы килә: тишкеләнмәгән бер урыны ла юҡ, машина менән урап үтерлек түгел, — тип яҙа Асҡарҙың Көнсығыш-2 биҫтәһендә йәшәүсе. — Был юлдан балаларын «Миләш» балалар баҡсаһына илтеүсе автомобилдәр үтә, мәктәп, маршрут автобустары көн һайын йөрөй, тимәк ул әһәмиәтле һәм кәрәкле һанала. Тик бер ямғыр йә ҡар яуҙымы, урам үтеп сыҡҡыһыҙға әйләнә. Ошо һорауыбыҙ берәй ваҡыт ыңғай хәл ителерме?»

Көнсығыш-2 биҫтәһе халҡының аһ-зарына яуап итеп, Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Д. Харрасов: «Һиҙиәтов урамындағы юлдың торошо хаҡында хәбәрҙармын. Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы грейдеры, биләмә хакимиәтенең махсус техникаһы ярҙамында ул даими тигеҙләтеп торола, ағымдағы төҙөкләндереү эштәре алып барыласаҡ», — тине.

«Ҡасандан бирле утын яғып йәшәйбеҙ, беҙҙең ауылға газ килерме», — тип мөрәжәғәт итә Борисовка ауылы кешеләре.

«Борисовка ауылын газификациялау буйынса проект юҡ. Район хакимиәтендә 2024 йылға тиклем Әбйәлил районын газ менән тәьмин итеү системаһы үҫеше планы тикшереүгә алынған. Борисовка ауылы ошо Планға инә. План раҫланғас ҡына, БР Төҙөлөш комитетына Башҡортостан Республикаһын «Газпром газораспределение Уфа» йәмғиәтенең газ тарифтарына махсус өҫтәмәләре иҫәбенә финанслау мөмкинлеген ҡарау өсөн ебәрелә. Был эштең әлегә аныҡ ваҡыты билдәләнмәгән», — тип яуаплай район башлығы И. Нафиҡов.

Р. МӘСӘЛИМОВА әҙерләне.


Читайте нас: