Республика биләмәһендә ҡош киҙеүе осрағы әлегә теркәлмәгән, шулай ҙа ул халыҡҡа ҙур хәүеф менән янай, сөнки ҡош киҙеүе осрағы күп кенә төбәктәрҙә, шул иҫәптән Силәбе өлкәһендә теркәлгән.
Ҡош киҙеүе — киҫкен йоғошло ауырыу, уның ҡуҙғатыусыһы булып вирус тора. Ауырыған ҡоштарҙың хәрәкәтләнеүе насарая, муйын ҡыйшайыуы күҙәтелә. Кикерек һәм алҡалары ҡарайып шешенә, тындары ҡыҫыла. Йылы яҡтан ҡоштарҙың күпләп ҡайтыуы айҡанлы хәүефтең артыуы, сирҙең тиҙ таралыу ҡурҡынысы бар. Ҡош киҙеүе һауа-тамсы юлы менән йоға. Кешенең дә сирләүе мөмкин, үлемгә килтергән осраҡтар ҙа юҡ түгел.
Район ветеринария станцияһының эпизоотологы Л. М. Фәтхуллина әйтеүенсә, ҡош киҙеүен йоҡтормау өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу етә. Йәғни ҡош-ҡортто шәхси хужалыҡтарҙан ситкә сығарырға, уларҙың ҡырағай ҡоштар менән аралашыуына юл ҡуйырға ярамай; хужаларға мотлаҡ санитар-гигиена, ветеринар-санитария ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк; ҡош-ҡорт торған урынды таҙа тотоу мөһим. Тауыҡ ите менән йомортҡаны тик магазиндарҙан һатып алыу ҙа хәүефте кәметә. Йомортҡаны термик эшкәрткәндән һуң ғына ашарға мөмкин, йәғни 70 градуста был сирҙең вирустары үлә.
Көндәр йылыныу менән, халыҡ үҫтереүгә күпләп ҡош-ҡорт һатып ала. Бында ла бик һаҡ булырға кәрәк. Себештәрҙе улар менән сауҙа рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һатып алырға кәңәш итә Ләйсән Маҙһар ҡыҙы. Районда себештәр тик Асҡар баҙарында ғына һатылырға тейеш.
— Себеш менән сауҙа иткән эшҡыуарҙар ҡошсолоҡ фабрикаларынан тауарҙы алыу менән Асҡарға һатыуға килтереләсәк себештәр тураһында мәғлүмәт «Меркурий» системаһы аша район ветеринария станцияһына еткерелә. Ошо мәғлүмәттәргә ярашлы ҡош-ҡорт менән һатыу итеүселәрҙе баҙарға сығып тикшерәбеҙ. Ауылдар буйлап себештәр менән сауҙа итеү ҡәтғи тыйыла. Урамда һатылған шикле ҡош-ҡортто хаҡының осһоҙлоғона ҡыҙығып алырға ярамай. Нәҡ ҡош киҙеүе таралған өлкәләрҙән килтереп һатыуҙары ихтимал, уларҙың тейешле ветеринар документтары ла булмауы мөмкин. Ә был ҡурҡыныс сирҙең таралыуына килтерәсәк, — тип мөрәжәғәт итә әбйәлилдәргә Ләйсән Маҙһар ҡыҙы. — Тауыҡтарҙың сирләү билдәләре булһа, ауылдарҙа автотранспорттан себеш һатыу осраҡтарын күрһәгеҙ, шунда уҡ район ветеринар хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк.
Дүшәмбелә Асҡар баҙарына Башҡортостан һәм Татарстанда сығарылған себештәр килтерелгәйне. Ләйсән Маҙһар ҡыҙы һатыусыларҙың документтарын тикшергәндән һуң, сауҙа итергә рөхсәт бирҙе.
Ҡош-ҡорт баҙарындағы хаҡтар менән таныштырып үтәйек. Хаҡтар бер башҡа күрһәтелә:
- ҡыҙыл, аҡ тауыҡтар — 280–300 һум,
- бройлер себештәр — 60 һум.
Әлегә ҡаҙ, өйрәк себештәре һатыуҙа юҡ.
Ҡош-ҡортто ашатыр өсөн еме лә кәрәк. Бына уларҙың хаҡтары:
- бәләкәй себештәр өсөн ярма составына ҡарап (10 кг) — 300–400 һум;
- бойҙай (бер тоғо) — 550–600 һум;
- тарттырылған иген — 600–550 һум;
- көнбағыш ҡатнашмаһы — 250 һум;
- дөгө ярмаһы менән ҡатнашма (25 кг) — 420 һум.