Йылҡысыларҙың сираттағы кәңәшмәһе үтте.
Әбйәлил республикала Баймаҡ районынан ҡала аттар һаны буйынса икенсе урынды биләй. Районда бөгөнгә 8399 баш ат малы иҫәпләнә, шуларҙың 3997-һе — бейә малы. Ауыл хужалығы предприятиеларында — 2767, КФХ-ларҙа — 2410, шәхси хужалыҡтарҙа 3222 баш аҫырала. 29 ҡымыҙ фермаһы эшләй. Уҙған йыл районда 658 тонна ҡымыҙ, 817 тонна йылҡы ите етештерелгән, 3531 ҡолон алынған.
Районда «Ҡаҙмаш», «Яҡташ N», «Иҙел+», «Көньяҡ Урал» АПК-һы» ЯСЙ-лары башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән шөғөлләнә.
— Бынан алда үткәрелгән ошондай кәңәшмәләрҙә аттарҙы аҫырау, уларҙы көтөүҙе ойоштороу, көтөүлектәр өсөн ер алып, уны рәсмиләштереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды, ҡарарҙар ҡабул ителде. Намыҫы булған йылҡы хужалары беҙҙең һүҙгә ҡолаҡ һалды: көтөүлектәр билдәләнде, аттарын көтөүселәр ҡарай, малдарына тамға һалдылар. Шулай ҙа йылҡысылыҡтың бөгөнгө торошо ҡыуандырмай. Бер урында ла аттар фермала, йә ихаталарҙа аҫыралмай, бөтә мал тибендә йөрөй. Әлбиттә, был иң осһоҙ һәм ҡулай ысул. Әммә мал тотҡас, ул көтөлөргә тейеш. Ҡарауһыҙ йөрөгән мал юл-транспорт ваҡиғаларына сәбәпсе була, шулай уҡ улар ауыл хужалығы культуралары сәселгән баҫыуҙарҙы тапап, хужалыҡтар ҙур зыян күрә һәм малдарҙың юғалыуына ла килтерә, — тине ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ғ. И. Шөғүров. — Районда аттарға чип ҡуйыу ошо көндәрҙә тамамлана, артабан ауыл биләмәләре хакимиәттәренә аттар һанын ҡайтанан иҫәпләп сығыу зарур.
Башҡортостандың Әбйәлил районы буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы урынбаҫары Ф. М. Абдуллин үҙенең сығышында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә һалам, ҡамыл, сүп-сар үртәү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
Милеккә идара итеү комитеты етәксеһе А. С. Аб-дуллин аттарҙы тотоу һәм көтөүҙе тәртипкә һалыу тәңгәлендәге законға индерелгән һуңғы үҙгәрештәргә һәм көтөүлектәрҙе рәсмиләштереү маҡсатында документ алыу тәртибенә ҡағылды. Айырыуса шәхси хужалыҡтар аттары өсөн көтөүлектәр алмауы сабынлыҡтарҙы, баҫыуҙарҙы тапауға килтерә. Һәр ауыл биләмәһендә көтөүлектәр бар, тик ауыл биләмәһе хакимиәте менән килешеү төҙөргә һәм документтар алырға ғына кәрәк.
Район эске эштәр бүлеге начальнигының йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса урынбаҫары И. Ә. Килдейәров юлда ҡарауһыҙ йөрөгән малдар арҡаһында булған юл-транспорт ваҡиғалары хаҡында һөйләп, уларҙың арта барыуына борсолоу белдерҙе. Бөгөн Таштимер, Дәүләт, Красная Башкирия, Гусев ауыл биләмәләрендә хәл киҫкен.
Район ветеринария станцияһы начальнигы Р. Р. Ҡарабәндин үҙенең сығышында малдарҙың ауырыуын иҫкәртеү буйынса сараларға туҡталды. БР законы нигеҙендә иң элек малдарға тамға һуғылырға, чип ҡуйылырға тейеш. Күрше райондарҙа, атап әйткәндә, беҙҙең менән сиктәш Учалы районында, Силәбе өлкәһендә бруцеллез, ҡотороҡ сирҙәре теркәлеүен хәбәр итеп, малдарҙы һатыу-һатып алыу тик ветеринарҙар аша башҡарылырға тейешлеген ҡабатланы. Бөтә вакциналарҙың ваҡытында эшләтеү ҙә ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙарҙы профилактикалауға булышлыҡ итә. 2018 йылдан ветеринар документтарҙың электрон рәүештә тултырылыуын әйтеп, ат хужаларына ла «Меркурий» системаһында теркәлергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсих Рәжәп улы.
Дәүләт урман фонды ерҙәренән көтөүлек өсөн ер бүлеү тәртибен «Әбйәлил урман хужалығы» дәүләт учреждениеһы инженеры А. И. Ғәйфуллин аңлатты.
Район хакимиәтенең юрисконсульты Д. З. Сәйетғәлиндың сығышынан күренеүенсә, аттарҙы көтөүҙе ойоштороу буйынса эш ҡәтғи ҡуйыласаҡ. Һәр ауыл биләмәһендә ҡарауһыҙ йөрөгән малдарҙы бикләү урындары билдәләнгән. Хужалыҡтар етәкселәренә ауыл биләмәләре менән берлектә сәсеүлек-сабынлыҡтарҙы малдың тапауына юл ҡуймау маҡсатында туҙып йөрөгән малды бикләү өсөн объездчиктар ҡуйыу мотлаҡ. Аттарға яҡтылыҡ ҡайтарғыс таҫмалар ҡуйылырға тейеш. Шулай уҡ биләмә башлыҡтары юл идаралығы менән берлектә көтөү сыҡҡан урындарға тейешле юл билдәһе ҡуйыуҙы ла хәстәрләргә бурыслы.