+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Апрель 2019, 11:34

Бөйөк байрам ул — 9 май, Еңеү көнө!

Балаларыбыҙ ҙа Бөйөк Ватан һуғышы тарихын, тыныс тормошта йәшәүебеҙ өсөн йәнен аямай алышҡан олатайҙарын белергә бурыслы.

Уйлап ҡараһаң, бөгөнгө заманда йәшәгәндәр илебеҙгә Еңеү таңы алып килгән тере ветерандарҙы күргән һуңғы быуын. Сафтары йылдан-йыл һирәгәйә барған ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың, ил азатлығы өсөн яу яланында ятып ҡалған ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын бер ҡасан да оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Балаларыбыҙ ҙа Бөйөк Ватан һуғышы тарихын, тыныс тормошта йәшәүебеҙ өсөн йәнен аямай алышҡан олатайҙарын белергә бурыслы. Ә ғәмәлдә нисек һуң?

Мәктәп йәшендәге малай-ҡыҙҙарға «9 май ниндәй байрам ул?» тигән һорау менән мөрәжәғәт иттем, уларҙың яуаптарын гәзит уҡыусылар иғтибарына ла тәҡдим итәм.

Фәнгиз, Илназ, Амур, Айнур, 9-сы класс үҫмерҙәре:

— Илебеҙгә баҫып ингән фашистик Германияны еңгән көн. 9 май өлкән олатайҙарыбыҙҙың фотоһүрәттәрен тотоп, «Үлемһеҙ полк» менән үтәбеҙ.

Илназдың олатаһының исеме — Муллағзәм, Фәнгиздеке — Сабит, Амурҙыҡы — Хәкимйән, Айнурҙыҡы Мостафа икәнлеген белдем. Малайҙарҙың барыһының да олатайҙары яу ҡырынан ҡайтып, илде аяҡҡа баҫтырыуҙа тылда көс түккәндәр икән.

Азалия, Алина, 6-сы класс ҡыҙҙары:

— Еңеү көнө. Беҙҙең олатайҙар һуғышта булмаған, уларҙың аталары ҡатнашҡан. Тик исемдәрен белмәйбеҙ.

Владик, 1-се класс:

— Белмәйем.

Лия, 1-се класс:

— Хәтерләмәйем.

Роза, Аделя, 8-се класс:

— Немецтарҙы еңгән көн. Олатайҙарыбыҙ Мөжәғитдин Дәүләтғазин, Усман Шәрипов һуғышта ҡатнашҡандар, илгә еңеү алып ҡайтҡандар.

Арслан, 4-се класс:

— Совет һалдаттары фашистарҙы еңгәндәр. Атайымдың олатаһы һуғышта булған. Уның фотоһын тотоп, парадта йөрөйөм.

Ирхан, 7-се класс:

— Олатайҙар немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышып еңеү яулаған көн. Әсәйемдең яғынан олатайым Мәсәлимов Мәхмүтдин һуғышта булған.

Күреүебеҙсә, үҫеп килеүсе быуын миллиондарса ғүмерҙәр ҡорбан ителеп, яуланған Еңеү хаҡында белеп етмәй. Минеңсә, балалар фашистик Германияның төп һөжүмен үҙендә ҡабул иткән һәм фашизмды тар-мар итеүгә ҙур өлөш индергән илдә йәшәүҙәрен белергә тейештер. Бөгөнгө тыныс күк йөҙө ниндәй ыҙалыҡтар аша яуланыуын онотмаһындар өсөн ил азатлығы өсөн яуға күтәрелгән ата-балалары хаҡында ата-әсәй, олатай-өләсәй һөйләһә, айырыуса иҫтә ҡалыусан бит. «Үлемһеҙ полк»ка уҡытыусыларының әйтеүе буйынса, мәжбүри түгел, ә үҙҙәре теләп, ҡаһарман олаталары менән ғорурланып сыҡһын ине балалар.

Совет һалдаттары XX быуаттың иң ҡан ҡойошло һуғышында дошманды өңөндә дөмөктөрөп, бөтә донъяны фашизм тотҡононан ҡотҡарған Еңеү көнөнөң йылдар үтә бара бәҫе төшә, тоноҡлана барыуы ҡыҙғаныс...

Р. ДАУЫТОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: