+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Июнь 2019, 12:03

Ғаиләләргә иғтибарлы булырға

Имен булмаған ғаиләләрҙең һанын кәметеү, төрлө күңелһеҙ күренештәргә, аяныслы хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында уҡыуҙар ойошторолдо.

Имен булмаған ғаиләләрҙең һанын кәметеү, төрлө күңелһеҙ күренештәргә, аяныслы хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында «Ғаилә» көнсығыш район-ара үҙәк директоры В. Н. Храмцов, уның урынбаҫары Ю. В. Казанцева беҙҙең районға килеп, уҡыуҙар ойошторҙо. Асҡар ауылы биләмәһе хакимиәтенең ултырыштар залында уҙған семинарҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов, «Ғаилә» үҙәге, мәғариф бүлегенең опека һәм попечителлек бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәренең идарасылары, ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары ҡатнашты.

Сараның тәбрикләү өлөшөнән һуң, Ю. Казанцева һүҙ алды. Ул үҙенең телмәрендә ғаиләләрҙе имен булмағандар рәтенә индермәү өсөн баштан уҡ киҫәтеү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Әйтәйек, ғаилә башлығы эшләмәй йәки ул-ҡыҙҙары уҡыуын ташлап ҡайтҡан икән, уларға иғтибарлы булыу кәрәк. Урындағы йәмәғәт ойошмалары ағзалары, мәктәп, медпункт хеҙмәткәрҙәре һәр ғаиләнең тын алышын белергә, уларҙы тормош ауырлыҡтары менән яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа тейеш. Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҙә иғтибар үҙәгендә булһын. Шул саҡта ғына был ғаиләләрҙә сетерекле йәки хәүефле хәлдәргә юл ҡуйылмаҫ. Эскелек юлына баҫып, кешелектән сыҡҡандар менән көрәшкәнгә ҡарағанда, төҙәтеп булғандай ғаиләләр менән ныҡлы эшләү зарурлығы билдәләнде. Семинарҙа ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған күп мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе һәм артабанғы эштәрендә аныҡ йүнәлеш алды.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: