+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Июль 2019, 16:38

2024 йылға законһыҙ сүплектәр булмаҫҡа тейеш

«Экология» милли проекттында законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү һәм халыҡты таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү ҙә төп йүнәлештәрҙән билдәләнде.

2024 йылға илдә барлыҡ законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөргә, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе заманса комплекстар төҙөргә маҡсат ҡуйылған. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн, дүрт триллион һум аҡса бүленгән. Башҡортостанға килгәндә, проблемалы 582 сүплек билдәләнгән, уларҙың әлегә 180-е генә бөтөрөлгән. Әбйәлилдә лә был хәл көсөргәнешле һаҡлана. Тотош райондың ауылдарынан сүп-сарҙы «Эко-Сити» машиналары Асҡарҙың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына ташый. Вәғәҙә итеүҙәренсә, бында сүп-сарҙы сорттарға айырыусы ҡоролма ҡуйылырға һәм ул Белорет ҡалаһындағы махсус полигонға сығарылырға тейеш ине. Тик әлегә бында ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелмәй. Бөгөн халыҡ полигон эсенә үтеп инә алмай, сүп-сарын уның тышында ҡалдыра башланы.
Полигон янына яҡын барырлыҡ түгел, унан һаҫыҡ еҫ килә, эттәр, ҡомаҡтар төйәк иткән был урынды. Төрлө йоғошло ауырыуҙарға сығанаҡ булмаҫ, тимә. Көндәр эҫе, ҡоро тора, өҫтәүенә йыш ҡына көслө ел-дауыл ҡуба. Сүплектә ут сыға ғына күрмәһен, унан район үҙәге биҫтәләре йорттары ла алыҫ түгел бит...

Читайте нас: