Бөгөн ауылдарҙа көтөү мәсьәләһе киҫкен тора. Ҡайҙалыр ул ойошто-ролһа ла, күптәр аҡса түләүҙән ҡасып, малдарын көтөүгә ҡыумай. Ҡайһы бер ауылдарҙа көтөү бөтөнләй юҡ. Һөҙөмтәлә көтөүһөҙ малдар туҙып йөрөп, урамдарҙағы сәскәләргә, ҡыуаҡлыҡтарға зыян килтерә, балалар өсөн хәүеф тыуҙыра, шулай уҡ халыҡтың сабынлыҡтарын тапай һәм юл-транспорт фажиғәһенә сәбәпсе була.
Кеше үлеменә килтергән авария-ларҙың күпселегендә лә ҡарауһыҙ йөрөгән һыйыр, йылҡы ғәйепле.
Таштимер ауыл биләмәһенә ҡараған Салауат, Тупаҡ ауылдарының «Бәйләнештә» селтәре төркөмөндә көтөүһеҙ йөрөгән малдарҙы бикләү-ҙәре, хужаларының килеп алыуын һораған яҙмалар йыш осрай. Малдар бикләнгән хужаларға штрафтар һалынһа ла, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр һиҙелмәй.
Ошо шишәмбелә Ташбулат яҡтарына командировкаға сыҡҡас, Салауат менән Таштимер араһындағы юлда торған һыйырҙар араһынан үтеп китеүе анһат булманы. Ташбулат ауылының осонда осраған бер көтөү һарыҡ-кәзәләр ҙә юлды бер нисә минутҡа ҡапланы, ике яҡ йүнәлешкә лә машиналарҙан сират хасил булды. Кемдер юғары тиҙлектә килһә, йәки был тәүлектең ҡараңғы ваҡытына тура килһә, сираттағы фажиғәгә сәбәп булмаҫ тип кем гарантия бирә ала?
Әйткәндәй, Асҡар урамдарында ла унда-бында ваҡ малдың, һыйырҙарҙың утлап йөрөүе йыш күренеш.
Мал көтөүҙә йөрөргә тейеш, шуға күрә көтөүҙе ойоштороу эшен ауыл биләмәләре башлыҡтарына ғына япһарып ҡалмай, был юҫыҡта тәртип урынлаштырыуҙа тотош йәмәғәтселек менән бергә эшләргә кәрәктер. Ә инде көтөү була тороп та, үҙенең кеҫә яғын ҡайғыртып, малын көтөүгә ҡыумаһа, ундайҙарға ла тейешле сара күрелергә тейеш.