Йәшел үләнле газондарға автомобилен мендереп ҡуйырға яратыусыларға штраф ҡаралыуы тураһында закон үҙ көсөнә ингәндән һуң, бындай осраҡтарҙы фотоға төшөрөп ебәреүселәр ҙә йышайған. Айырыуса Асҡар автоһәүәҫкәрҙәре газондарҙы тәләфләй икән. Фотофакттарҙы район административ комиссияһы тикшерә һәм машина хужаларына 1 – 2 мең һум, вазифауи кешеләргә 5 – 10 мең һум, юридик берәмектәргә 20-нән 30 мең һумға тиклем штраф һалыу тураһында ҡарар сығара. Икенсе тапҡыр законды боҙған өсөн штраф күләме икеләтә артыҡ буласаҡ. Тик фото йәки видеоматериалда машина ултырған газондың адресы, мөрәжәғәт итеүсенең исем-шәрифе, адресы йәки электрон йәшниге, автомобиль маркаһы, номеры хаҡында мәғлүмәт булырға тейеш. Мөрәжәғәттәрҙе
[email protected] адресына ебәрергә мөмкин.