+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Сентябрь 2019, 11:25

Сүп-сар туҙмаһын өсөн

Район үҙәгендә ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр сүп-сарҙы контейнерҙарға сығара. Ошо көндәрҙә Р. Дәүләтов урамындағы ҡатлы йорттар янында контейнерҙар өсөн «өй» хасил булды.

— Бындай майҙансыҡтар Киров, Учалы, Таңатар урамдарында төҙөлдө. Республиканан был эшкә 300 мең һум аҡса бүленде. Ҡоролмаларҙы Ю. Таһиров етәкселегендәге «Анир» төҙөлөш бригадаһы эшләп ҡуйҙы, — тине Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Дамир Харрасов. — Нигеҙе бетондан булған, профнастил менән көпләнгән ишекле майҙансыҡ сүп-сарҙың тирә-яҡҡа осоп ятмауы, мал, эт, ҡоштарҙың ҡыйҙы туҙҙырмауы өсөн кәрәк.

Район үҙәгенә тағы 15 контейнер ҡайтарылған. 8 куб һыйҙырышлы сүп-сар һауыттары Көнсығыш-1, 2 һәм Төньяҡ биҫтәләренә ҡуйыласаҡ. Уларҙың ҡапҡасы юҡ, шуны эшләгәс кенә сентябрь аҙаҡтарында торлаҡ йорттар тирәһенә урынлаштырыласаҡ.

Сүп-сар реформаһына ярашлы һорауҙар күп. Әлегә, район үҙәгендә йәшәүселәр «Эко-Сити» машиналары йөрөгән график буйынса ҡапҡа алдарына ҡыйҙы сығарып ҡуя. Тәғәйен көндә сүптең ихата алдынан китеүе бөтәһе өсөн дә уңайлы ла ул. Тик бөтә райондан йыйылған ҡыйҙың полигонда тауҙай өйөлөүе йәмһеҙ күренеш. Етмәһә, ҡыйлыҡты ҡомаҡтар баҫҡан. Көндәр һыуытыу менән был имәнес йән эйәләренең шул тирәләге йорттарға килеүе лә ихтимал бит.

Д. САФИУЛЛИНА.


Ярты йыл элек башланһа ла, сүп-сар реформаһы һаман күп һорауҙар тыуҙыра әле. Үткән аҙнала Башҡортостанда был реформаны тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә ҡағылышлы «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо.

«Республикала 35 ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонының һигеҙе саманан артыҡ тултырылған, сүп-сарҙы айырым эшкәртеүсе инфраструктура булдырылмаған һәм яҡын арала булырына ла өмөт юҡ», — тине үҙ сығышында БР Экологтар союзы рәйесе Александр Веселов.

Йыл башынан муниципалитеттар контейнерҙар һатып алыу, уларҙы урынлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнә. Бөгөнгө көнгә 15 меңдән ашыу контейнер алынған, тағы шул уҡ күләмдә өҫтәп ҡуйыу талап ителә.

Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү рентабелле түгел тип, операторҙар уға тотонмай икән. Йәғни контроль системаһы, транспорт менән тәьмин итеү яйға һалынмаған. Төбәк операторҙарының сүп-сар ташыусылар менән иҫәпләшеүгә лә аҡсаһы етмәй. Шул уҡ мәлдә йыл дауамында халыҡтан йыйылған аҡсаның күләме 4 миллиард һумдан ашыу. Һәм сүп-сар сығарыусы кампаниялар — улар республикала дүртәү — был тарифтарҙың беҙҙә түбән булыуына зарлана, йәнәһе Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә кеше башынан 100 – 150 һум түләйҙәр. Әммә реформа башланған көндән алып бөгөнгәсә бер сүплек тә ябылмаған...

«Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар сүп-сарҙы эшкәртеү йәки юҡ итеүҙең ныҡ көнүҙәк һәм ҡыҫҡа ваҡытта хәл ителергә тейешлеген билдәләне. Әгәр сортировкалау комплексы йәки ҡыйҙы яндырып юҡ итеү цехы ошо арала төҙөлмәһә, беҙ сүп-сарға күмеләсәкбеҙ, тине улар.


Читайте нас: