Гусев ауыл биләмәһендә лә йәй буйы малдарҙы көтөү тейешенсә ойошторолманы. Көтөүһөҙ йөрөгән һыйырҙар, кәзә-һарыҡтар, аттар сабынлыҡтарҙы тапаны. Йыл насар килеү сәбәпле, былай ҙа уңышы аҙ булған иген культуралары баҫыуҙарына зыян килтерҙе. Малдар көн оҙоно ауыл урамдарында йөрөнө.
Көтөүҙе ойоштороуҙа ауыл хакимиәте башлығы депутаттар, йәмәғәтселек менән берлектә эш алып барырға тейештер. Көтөү булып та, малдарын көтөүгә йөрөтмәгән кешеләргә лә акт төҙөп штраф һалырға була, хәҙер малдар тамғаланған, кемдең һыйыр- кәзәһе икәнлеген ҡолағындағы бирканан белергә мөмкин. Тик ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең, ошо тәңгәлдә ойошторолған комиссияның һөҙөмтәле эшләүе кәрәк.