+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Сентябрь 2019, 11:07

Ғәҙәттән тыш хәлдән зыян күргәндәр һалым түләүҙән азат ителә

Закон ҡабул ителгән осраҡта, ул быйылғы йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдә тип иҫәпләнәсәк.

Рәсәй Дәүләт Думаһы Һалым кодексына үҙгәрештәр индерә. Документҡа ярашлы, төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән (ғәрәсәт, һыу ташыу, терорристик акт, урман янғындары һ.б.) зыян күргән кешеләр, аҡсалата йә башҡа төрлө компенсация алған осраҡта, ул суммаға һалым һалынмаясаҡ. Закон ҡабул ителгән осраҡта, ул быйылғы йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдә тип иҫәпләнәсәк.
«Российская газета» яҙыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин был үҙгәрештәрҙе Иркутск өлкәһендәге ваҡиғаларҙан һуң индерергә тәҡдим итте. «Тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күреп, берҙән-бер торлағын юғалтҡан, ауыр тормош хәлендә ҡалған кеше компенсацияһы менән тулы кимәлдә файҙалана алһын, унан тыш тағы һалым түләп, мәшәҡәтләнмәһен», — тине ил башлығы.
Р. ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: