-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Октябрь 2019, 11:07

Иркутскиҙа сираттағы кәңәшмә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Иркутск өлкәһендәге ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөүгә арналған сираттағы кәңәшмә уҙғарҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Иркутск өлкәһендәге ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөүгә арналған сираттағы кәңәшмә уҙғарҙы.
Ил етәксеһе халыҡтың аһ-зарына ысын күңелдән, бөтә йөрәкте һалып ярҙам итергә кәрәк, тип белдерҙе. Әгәр чиновник һәр береһен ишетеп, ярҙам ҡул һуҙырға теләмәй икән, улар икенсе эш эҙләһә лә була, тип белдерҙе ул.
Кәңәшмә барышында Владимир Владимирович һәр һанға айырым туҡталып, ентекле анализланы.
Ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса байтаҡ эшләнгән, әммә хәл ителмәгән урындар ҙа күп кенә.
Иң киҫкен һорау — урындағы халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү. Планға алынған биш мең йортто һыуыҡ төшкәнгә хәтлем төҙөп бөтөп булмаясағы билдәле. Шуға күрә, халыҡ ҡайҙа йәшәргә, ҡыш сығырға тейешлеген аныҡ әйтергә кәрәк. «Улар ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин ителһә лә, унда йәшәү өсөн шарттар күҙәтелергә тейеш», — тип талап итте В. Путин. Ул шулай уҡ энергетика һәм йылытыу миҙгеле буйынса һорауҙарҙы тулыһынса хәл итергә саҡырҙы һәм шәхси йәшелсә баҡсаларын, мал-тыуарын юғалтҡандарға ярҙам күрһәтергә бойорҙо.
РФ вице-премьеры Виталий Мутко сығышынан күренеүенсә, Алыҫ Көнсығышта транспорт бәйләнеше тергеҙелгән, өҫтәмә автобустар алынған, ташҡындан зыян күреүселәргә төп матди ярҙам саралары түләнгән — был 2,58 миллиард һум тирәһе.
Докладсыларҙы тыңлап бөткәндән һуң Президент «һәр бер һум тик ябай кеше мәнфәғәтенә йүнәлтелергә тейеш» тине. Ул хәл яҡшырғанға һәм халыҡтан мөрәжәғәттәр туҡтағанға тиклем төбәкте контролдә тотасағы хаҡында ла әйтте.

Читайте нас: