+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
25 Октябрь 2019, 14:07

Көнүҙәк мәсьәлә

Башҡортостан халҡы йылылыҡ өсөн яңы ҡағиҙәләргә ярашлы түләйәсәк.

Башҡортостан халҡы йылылыҡ өсөн яңы ҡағиҙәләргә ярашлы түләйәсәк.

Беҙ белгестәр менән берлектә ошо яңылыҡҡа ҡағылышлы иң мөһим һорауҙарға яуап бирәбеҙ.


Күпме йылылыҡ тотонабыҙ — шуның өсөн түләйәсәкбеҙ

Быйылғы йылдың октябренән Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондары йылылыҡ өсөн яңыса түләү алымына күсә — ул ысул «1/8» тип атала. Хәҙер беҙ йыл әйләнәһенә түгел, ә йылылыҡ миҙгеле дауамында, һигеҙ ай ғына түләйәсәкбеҙ. Йәғни, батареялар йылы булһа — түләйбеҙ, йәйгеһен — түләмәйбеҙ. Түләүҙе дөйөм йорттоң иҫәпләгесенә таянып билдәләйәсәктәр. Икенсе төрлө әйткәндә, йылына күпме йылылыҡ тотоноуыбыҙ һәм уның өсөн күпме түләүебеҙ һәр ваҡыт күренеп торасаҡ.

Халыҡ октябрь айында уҡ яңы төр квитанциялар аласаҡ, ә яңы ҡағиҙәләр буйынса иҫәп-хисап йылылыҡ миҙгеле асылған көндән — 2019 йылдың 23 сентябренән башланды.



Йылылыҡ өсөн хаҡ артмай

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Марат Шәнгәрәев әйтеүенсә, түләү хаҡы миҙгелгә ярашлы үҙгәрәсәк. Көҙгөһөн һәм ҡышҡыһын улар яҡынса 50 процентҡа артасаҡ (әгәр бөтә коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе бергә алып ҡарағанда яҡынса 20%-ҡа). Уның ҡарауы йәйгеһен һеҙ бер тин дә түләмә-йәсәкһегеҙ. Дөйөм алғанда, йыл дауамында шул уҡ сумма килеп сыға.

Миҫал өсөн. Әйтәйек, бығаса һеҙ йылылыҡ өсөн ай һайын дүрт мең һум, йылына 48 мең һум түләнегеҙ. Быйылғы йылдың октябренән башлап алтышар мең һум түләйәсәкһегеҙ, һөҙөмтәлә сентябрҙән апрелгәсә шул уҡ 48 мең һум аҡса сығасаҡ, ә йәйгеһен бер ниндәй ҙә сығым булмаясаҡ.



Әлеге схема ни өсөн ҡәнәғәтләндермәне?

Беҙ быға тиклем «иҫәпләнгән норматив» тигән ысул буйынса түләп килдек. Йәғни, йорттоң былтырғы йылғы сығымдарын иҫәпләйҙәр ҙә, шуны 12 айға бүләләр. Күпме килеп сыға, кешеләр шуны түләй.

Был алымдың уйланып етелмәгән яғы бар: түләү күләме ҡыштың ни ҡәҙәре йылы йәки һыуыҡ булыуына бәйле. Эш шунда: йылылыҡ менән тәьмин итеүсе йылына бер тапҡыр түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләргә бурыслы. Әгәр үткән ҡыш йылы булһа, ҡулланыусылар өсөн отошло, уларға ниндәйҙер сумма кире ҡайтарыла. Әгәр уҙған ҡыш һалҡын булһа, халыҡ өҫтәп түләргә тейеш булып сыға. Мәҫәлән, 2019 йылдың ғинуарында Күмертау ҡалаһында, ҡайтанан иҫәпләгәндән һуң, күп кенә кеше бишәр мең һум өҫтәп түләргә тейеш булып сыҡты. Яңы алымда ундай ҡайтанан иҫәпләүҙәр булмаясаҡ, ысынбарлыҡта күпме тотонғанһың — шуның өсөн түләйһең. Әйткәндәй, быйыл да элекке схема буйынса түләгәс, 2020 йылдың беренсе кварталында милекселәрҙең 2019 йыл өсөн түләүҙәрен ҡайтанан иҫәпләйә-сәктәр. 2021 йылдан, йәғни яңы 1/8 алымы менән түләгән осор өсөн, сығымдарҙы яңынан иҫәпләү кәрәкмәйәсәк.


Яңы алымдың өҫтөнлөктәре нимәлә?

Беренсенән, былай ғәҙел буласаҡ. Һеҙ күсеп китһәгеҙ ҙә, яңы фатир һатып алһағыҙ ҙа, йәғни ниндәй генә осраҡ булмаһын, бары тик үҙегеҙ тотонған йылылыҡ өсөн генә түләйәсәкһегеҙ, ә былтыр ошонда йәшәгән ниндәйҙер ят кеше өсөн түгел. Икенсенән, йәйге миҙгелдә сығымдар, ҡайтанан иҫәпләүҙәр һәм өҫтәмә түләүҙәр булмаясаҡ.

Хоҡуҡ һаҡсыһы, «Уфасити.ми» милекселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау үҙәге» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Вадим Беляков та ысынбарлыҡта ҡулланылған йылылыҡ өсөн түләү алымының ыңғай яҡтары күберәк, иҫәп-хисаптың теүәллеге анығыраҡ булыуын билдәләне.

— 1/12 схемаһы буйынса иҫәпләшкәндә идарасы компания йыл һайын түләүҙәрҙе ҡайтанан ҡарарға бурыслы ине, әммә быны һәр ваҡыт уларҙан талап итергә тура килде. Әгәр йорттарҙа иҫәпләү приборҙары булһа, унда йәшәүселәр үҙҙәре үк сығымдарҙы ҡарап, теүәлләп бара аласаҡ, — тине ул.

Дәүләт Думаһының торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев билдәләүенсә, ваҡытында иҫәпләшмәүҙәр арҡаһында йылылыҡ менән тәьмин итеүселәр ҡышҡы осорҙа яғыулыҡ һатып алыу өсөн кредиттар алырға мәжбүр булды. Был да торлаҡ милекселәре өсөн йылылыҡтың үҙҡиммәтен билдәләгәндә сағылмай ҡалмай.

— 1/8 алымына Рәсәй төбәктәренең яртыһы күсте. Уның иң ҙур өҫтөнлөгө — кешеләр үҙ йортоноң сығымдарын мәлендә үк күреп бара, — тине эксперт.


Ташламалар һаҡлана

Быға тиклем ғәмәлдә булған барлыҡ ташлама һәм өҫтәмә түләүҙәр һаҡлана, әммә улар миҙгелгә ҡарап билдәләнәсәк. Йәғни, ҡышҡыһын, сығымдар күберәк булған саҡта, компенсациялар күләме лә артасаҡ, ә йәйгеһен, киреһенсә, кәмейәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: айлыҡ аҡсалата компенсация алыуға инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары, «чернобыль»сылар, хеҙмәт ветерандары, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр хоҡуҡлы.

Әһәмиәте йәһәтенән мөһим булған тағы ла бер түләү — килеме аҙ булған граждандарға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидия. Субсидияның күләмен махсус булдырылған онлайн-калькулятор ярҙамында һәр кем үҙаллы иҫәпләй ала, уны түбәндәге һылтанма буйынса табырға мөмкин: http://rcspn.mintrudrb.ru/housing-subvention-calculator.


Әгәр фатирҙа һыуыҡ булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

1. Үҙегеҙҙең идарасы компанияның диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Һеҙҙең шылтыратыуҙы ҡабул иткән диспетчерҙың исем-шәрифен, телефон номерын, шылтыратыу ваҡытын яҙып ҡуйығыҙ. Яуаплы хеҙмәттәр ике сәғәт эсендә мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә тейеш.

2. Идарасы ойошма вәкилдәре килһә, фатирҙағы температура кимәле үлсәнә һәм ике данала акт төҙөлә, береһен идара вәкиле үҙенә ала, икенсеһе һеҙҙә ҡала. Акттың үҙегеҙгә тейеш күсермәһен мотлаҡ алығыҙ, унһыҙ нимәлер иҫбатлау ауыр буласаҡ.

3. Әгәр ике сәғәт дауамында бер кем дә килмәһә, өс күршегеҙҙе саҡырып, үҙегеҙ белгәнсә акт төҙөгөҙ. Унда сәғәт нисәлә ғариза биреүегеҙ, ике сәғәт дауамында бер кемдең дә килмәүе, ниндәй градусник менән фатирҙағы температураны үлсәүегеҙ, һәр бүлмәләге температура күрһәткесен теҙеп яҙығыҙ. Актта дата, ваҡыт, акт төҙөүҙә кемдәр ҡатнашыуын күрһәтегеҙ. Документҡа мотлаҡ өс кеше ҡул ҡуя!

4. Акттың күсермәһен идарасы компанияға почта йәки сайт аша ебәрегеҙ. Улар тарафынан мәсьәләне хәл итеүҙе көтөгөҙ.

5. Проблема хәл ителгәс, идарасы компания вәкилдәре фатирҙағы температураның нормаға тура килеүе хаҡында ике данала акт төҙөй. Ошо шартты үтәгәндән һуң ғына ғариза тулыһынса ҡәнәғәтләндерелгән тип һанала.

6. Идарасы компанияға тағы бер хат яҙып, беренсе шылтыратҡан көнөгөҙҙән мәсьәлә хәл ителгәнсәгә тиклемге осор өсөн түләүҙе ҡайтанан иҫәпләүҙе һорағыҙ. Улар йылылыҡ менән тейешле кимәлдә тәьмин итмәгән өсөн быны мотлаҡ эшләргә тейеш.


Читайте нас: