+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Ноябрь 2019, 12:12

Ни өсөн беҙ буласаҡ пенсияны хәстәрләмәйбеҙ?

Ҙур ҡалаларҙа йәшәүсе рәсәйлеләрҙең 75,5 проценты пенсияға тупланмалар индермәй

Ҙур ҡалаларҙа йәшәүсе рәсәйлеләрҙең 75,5 проценты пенсияға тупланмалар индермәй. Райффайзенбанк үткәргән һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 38,6 проценты үҙ теләктәре буйынса буласаҡ пенсия өсөн аҡса тупламауҙарын әйтһә, 36,9 проценты теләһәләр ҙә, мөмкинлектәре булмауын белдергән. Һорау алыуҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Ҡазан, Силәбе, Омск, Һамар, Дондағы Ростов, Өфө, Красноярск, Пермь, Воронеж һәм Волгоградта йәшәүселәр ҡатнашҡан. Эксперттар Рәсәй халҡының пенсияға иғәнә индермәүен түбәндәгесә аңлата: "Төп сәбәп - аҡса етешмәүҙә һәм "бөгөн һәм хәҙер" йәшәргә теләүҙә. бынан тыш күптәр пенсия системаһының киләсәгенә ышанмай. Шуға ла ҡартлыҡ көндәренә аҡса туплауҙа мәғәнә күрмәй".
Читайте нас: