+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Декабрь 2019, 11:10

Йортто ремонтлауға түбән процентлы кредит

Ауыл халҡына түбән процент менән кредит биреләсәк.

Ауыл халҡына түбән процент менән кредит биреләсәк.
РФ Хөкүмәте ауыл биләмәләрен үҫтереү өсөн 2,3 трлн һум аҡса бүлгәйне. Был дәүләт программаһы ауыларҙы төҙөкләндереүгә, инфраструктура булдырыуға һәм халыҡтың уңайлы мөхиттә йәшәүен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан ауыл халҡы льготалы шарттарҙа кредит алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Йорттарҙы төҙөкләндереүгә банктар биргән аҡсаның ставкаһы 5 проценттан да артмаҫҡа тейеш. Был саралар йортҡа үҙәкләштерелгән йәки автономлы электр, һыу һәм газ, йылытыу һәм канализация үткәреү, шулай уҡ подряд килешеүе буйынса торлаҡты ремонтлау маҡсатында бирелә. Кредиттың күләме – 250 мең.
Читайте нас: