Бер тапҡыр ҡулланыла торған пластик әйберҙәр ысын мәғәнәһендә Ер шарын баҫып алды: ул сүп-сар полигондарында осоп ята, океандарҙы, йылға-күлдәрҙе тултыра, йылдар дауамында серемәй, ерҙе ағыулай. Экологтарҙың саң ҡағыуы бушҡа түгел.
Был киҫкен мәсьәләнән сығыу юлдарын «Экология» милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә лә эҙләйҙәр.
РФ Тәбиғәт министрлығы был юҫыҡта аныҡ позиция билдәләне: пластиктан баш тартырға кәрәк, тик эволюцион юл, йәки этаплап эш итергә кәрәк, тине ведомство етәксеһе Д. Кобылкин. Бөтә ерҙә пластик етештереүҙе ҡапыл тыйыу күп предприятиеларҙың ябылыуына килтерәсәк һәм иҡтисади яҡтан бәкәлгә һуғасаҡ.
Сит илдәрҙә әйтелгән тәҡдимдәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмайҙар. Мәҫәлән, пластик пакет урынына биологик тарҡалыусы пакет етештерергә мөмкин. Күпселек илдәрҙә ҡағыҙҙан яһалған пакеттар киң ҡулланыу таба.
Тағы бер инициатива шулай яңғырай: пластик тауарҙар етештереүселәр үҙҙәре уны утилләштереү сығымдарын күтәрергә һәм уны икенсел эшкәртеү юлдарын эҙләргә тейеш.
Халыҡтың экологик әүҙемлеген күтәреү ҙә мөһим. Кешеләр үҙҙәре пластик һатып алыуҙы ҡыҫҡартһа, йышыраҡ ҡағыҙ ҡапсыҡтар файҙаланһа, көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым эшкәртеү өсөн тапшырһа — ыңғай динамика күҙәтеләсәк.
Башҡа илдәр тәжрибәһенә лә күҙ һалайыҡ. Кенияла, мәҫәлән, пластикты тыйыусы иң ҡаты закон ғәмәлдә. Полиэтилен пакет һатып алған өсөн штраф 32500 евро тәшкил итә! Законды боҙған өсөн 4 йылға төрмәгә ултыртып ҡуйыуҙары ла бар.
Һиндостан 2022 йылға тулыһынса пластиктан баш тартырға уйлай, сөнки бындағы экологик хәл фажиғә сигенә яҡынлашҡан.
Бөйөк Британияла мамыҡ уралған пластик таяҡсаларҙан һәм һут эсә торған «трубочка»ларҙан баш тартҡандар.