Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты республикала тормошҡа ашырыла башланғандан, йәғни 2014 йылдан бирле Йәнгел ауыл биләмәһе көнүҙәк социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ иткән уңайлы форсатты бер тапҡыр ҙа ҡулдан ысҡындырмаған. Иң беренсе йылда Атауҙыла һыу башняһы яңыртылған, 2015 йылда Таштуйҙа уйын майҙансығы төҙөлгән, 2016 йылда 2013 йылғы ғәрәсәттә йырылған Йәнгелдәге быуа йүнәтелгән, 2017 йылда Первомай башланғыс мәктәбенең ишек-тәҙрәләре яңыртылған, 2018 һәм 2019 йылдарҙа Йәнгелдә һәм Әүнәштә урам лампалары ҡуйылған.
Һәм бына 2020 йылда проектта ҡатнашыу сираты йәнә таштуйҙарға урап килде. Халыҡ был хәбәрҙе хуплап ҡаршы алды. Ауылда дөйөм мәнфәғәттәге көнүҙәк мәсьәләләр бар. Уларҙы ППМИ аша ғына тиҙ арала хәл итеп буласаҡ. Проект хаҡының 10 процентын үҙҙәренең кеҫәһенән түләһәләр, ауыл хакимиәте һәм эшҡыуарҙар 10-шар процент иғәнә индерә, ә ҡалған ҙур өлөш юғарынан — ҡаҙна аҡсаһынан финанслана. Шуға ла бер тауыштан ятып ҡалғансы — атып ҡалырға ҡарар ҡылғандар.
Ҡайһы мәсьәлә мөһимерәк, киҫкенерәк? Проектты билдәләү һәм тауыш биреү тураһында йыйынға тиклем ауыл активы осрашып һөйләшкән, халыҡтың фекерен белеү өсөн һорау алыу үткәрелгән.
Йыйынды ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Р. Э. Ҡадиров асты. Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев ППМИ ярҙамы менән бынан алдағы йылдарҙа районда тормошҡа ашырылған проекттар, төҙөкләндерелгән объекттар тураһында һөйләне. Нигеҙҙә мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары ремонтланды, урамдар яҡтыртылды, уйын, спорт майҙансыҡтары төҙөлдө, юлдар төҙөкләндерелде, һыу үткәрелде, зыяраттар кәртәләнде, тине Булат Юныс улы.
Таштуйҙар ике мәсьәләне көн ҡаҙағына сығарҙы. Ауыл Советы депутаты Илшат Әхмәтов зыярат кәртәһен алмаштырыу зарурлығын күтәреп сыҡһа, мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Динара Ғәлиуллина 1996 йылда сафҡа ингәненән алып бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән мәктәпкә пластик тәҙрәләр ҡуйыу кәрәклеген әйтте. Ауыл эсендә юлдарҙы тәртипкә килтереүҙе һораусылар ҙа булды. Ләкин күпселек халыҡ зыяраттың кәртәһен яңыртыу яҡлы булды һәм мәктәпте икенсе юлы ҡатнашҡанда эшләрбеҙ, тип һүҙ ҡуйыштылар. Бәлки «Аныҡ эштәр» проекты буйынса тәҙрәләрҙе алмаштырып булыр, тигән фекер ҙә әйтелде.
Шулай итеп, таштуйҙар зыярат кәртәһен яңыртыу өсөн берҙәм ҡул күтәрҙе. Башҡа ауылдар тәжрибәһенән күренеүенсә, профнастилдың ныҡ булмауын, йәмшәйеп барыуын билдәләп, сетка менән кәртәләргә килештеләр. «Зыярат юл буйында күренеп тора, заманса 3D сетка менән уратып алайыҡ», — тигән тәҡдимде бер тауыштан күтәрҙеләр. Шулай уҡ иҫке ҡоймаларҙы һүтеүҙе сметаға индермәҫкә, быны ир-егеттәр үҙҙәре өмәләп башҡарырға һүҙ ҡуйыштылар. Аҡса артһа, перфоратор, генератор, ҡул менән ҡаҙыу инвентарҙары һатып алыуға тотонайыҡ тигән тәҡдим дә хупланды. Ҡорамалдарҙы һаҡлау өсөн будканы шлакоблоктан күтәреү, бәҙрәф ҡуйыу кеүек башҡа мөһим эштәр ҙә барланып, йыйын протоколына индерелде. Ауылы өсөн янып торған уҙаман Илшат Әхмәтов етәкселегендә инициатив төркөм һайланды.
Проекттың хаҡы яҡынса 650 мең һумға баҫасаҡ. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектында еңеп сығыу өсөн баһаланыусы бөтә талаптарҙы ла максималь кимәлдә үтәргә кәрәк тигән һығымтаға килгән таштуйҙар, өй беренсә 500-шәр һум аҡса йыйырға тауыш бирҙеләр. Инициатив төркөм документация эшенән башлап, объектты ҡабул иткәнгә тиклем, башҡарылған бөтә эштәрҙе лә контролдә тотасаҡ. Ә аукциондан һуң проекттың хаҡы төшөрөлөп, аҡса артып ҡалһа, уны үрҙә тәҡдим ителгәнсә зыяратҡа ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтәсәктәр.