Проблемаларҙың күпселеге урындағы кимәлдә хәл ителә. Мәҫәлән, йыл башынан алып төбәк власы 32 меңдән ашыу мәсьәләне тикшергән. Улар, нигеҙҙә, биләмәләрҙе һыу һәм газ менән тәьмин итеүгә, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға, юлдар, тротуарҙар торошона, комплекслы төҙөкләндереүгә ҡағыла.