-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Декабрь 2019, 10:45

Йәштәр торлаҡлы булһын өсөн

Йәш ғаиләләр өсөн иң тәүҙә нимә кәрәк? Әлбиттә, баш өҫтөңдә ҡыйыҡ. Һөйгәнең менән ҡыуыш та ла ожмах тиһәләр ҙә, үҙ мөйөшөң булмай тороп рәхәтләнеп донъя көтөп, балалар үҫтереп булмай.

Йәш ғаиләләр өсөн иң тәүҙә нимә кәрәк? Әлбиттә, баш өҫтөңдә ҡыйыҡ. Һөйгәнең менән ҡыуыш та ла ожмах тиһәләр ҙә, үҙ мөйөшөң булмай тороп рәхәтләнеп донъя көтөп, балалар үҫтереп булмай. Беҙҙең районда был тәңгәлдә байтаҡ эштәр башҡарыла. «Демография» һәм «Торлаҡ» милли проекттары сиктәрендә йәш ғаиләләр торлаҡ төҙөүгә дәүләттән ярҙам ала. Бындай ярҙам сараларын алыуҙа ауыл ерендә эшләгән һәм күп балалы ғаиләләргә өҫтөнлөк бирелә.
Яңы йыл алдынан тағы бер нисә ғаилә ҙур бүләк алды. Уларға балалары тыуыу уңайынан сертификат тапшырылды. Бының өсөн йәш ғаиләләр иң беренсе сиратта торлаҡҡа мохтаждар исемлегенә сиратҡа торорға, банктан йорт төҙөлөшөнә маҡсатлы кредит йәки ипотекаға фатир алырға тейеш. Шунан ғаиләлә бала тыуһа — сертификат юлларға мөмкин. Тик бында ла сират ҙур. Әле ярҙам алғандарға ла байтаҡ ваҡыт көтөргә тура килгән.
Район хакимиәтенең эштәр идарасаһы вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәлилов ғаиләләргә кредиттарының ҡалған өлөшөн ҡаплауға сертификат таныҡлыҡтарын тапшырҙы.
— Дәүләт ярҙамы мәнфәғәтегеҙгә яҙһын, йорттарығыҙҙы тиҙерәк һалып бөтөгөҙ һәм ғаиләләрегеҙҙе тағы ла ишәйтеп, бәхетле тормош көтөгөҙ, — тине Руслан Ғөзәйер улы.
Асҡарҙа йәшәүсе Эльмира Килмөхәмәтова ярҙам алыусы бәхетле ғаиләләр исеменән район, республика етәкселегенә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Читайте нас: