-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
13 Декабрь 2019, 12:30

Көн йылдарға һуҙылһын

Республика Башлығы Р. Ф. Хәбировтың 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө итеп билдәләү тураһындағы мөһим указы оло тарихи әһәмиәткә эйә.

Республика Башлығы Р. Ф. Хәбировтың 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө итеп билдәләү тураһындағы мөһим указы оло тарихи әһәмиәткә эйә. Был документ икенсе дәүләт телебеҙ булған башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү өсөн этәргес көс булып тора. Ошо хәҡиҡәтте вазифауи кешеләр, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм ағзалары, зыялыларыбыҙ яҡшы аңлап, телебеҙ мәнфәғәтендәге хәрәкәткә ҡушылһа ине.

Бынан бер быуат самаһы элек Зәки Вәлиди Туған хәҙер киң билдәле хушлашыу хатында милләтте һаҡлау һәм үҫтереү өсөн телде һәм динде һаҡлау зарурлығын күрһәтә. Шөкөр, бөгөн, теләгәнсә әүҙем булмаһа ла, динебеҙ халыҡҡа ҡайта.

Телебеҙгә иғтибар артасағына ла ҙур өмөттә ҡалайыҡ. Бында инде һәр кемебеҙҙең телебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүҙән — ғаиләлә, мөмкин ҡәҙәр эш урынында башҡортса аралашыу-һөйләшеүебеҙҙән тора.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңыраҡ хәбәр итеүенсә, Белорет районында бөтә Союздың төрлө мөйөштәренән йыйылған төрлө милләт кешеләре төҙөгән Межгорье ҡалаһындағы балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре булдырылған. Республикабыҙҙың төп генофондын тәшкил иткән Әбйәлилдә бындай эш һуңғы ике-өс тиҫтә йыл ҡырҙан килеп тулған башҡа милләт кешеләренә «ҡунаҡсыллыҡ» күрһәтеү аҫтында күмелеп ҡалырға тейеш түгел. Телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү сабый биләүҙә ятҡанда уҡ башланырға һәм уның ғүмере буйына дауам итергә тейеш. Ғалимдар иҫбатлауынса, бала биш йәшкә тиклем үҙ телендә аралашһа, уның үҫә килә башҡа телдәрҙе үҙләштереүе өсөн ныҡлы нигеҙ һалына. Бында шуны ла әйтергә кәрәк: ата-бабаларыбыҙ революцияға тиклем иҫке төрки тел яҙмаһын ҡулланған. Бының аша улар 28 төрки телле милләт кешеләре (татар, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡарағалпаҡ, уйғыр, ҡырғыҙ һ.б.) менән иркен аралаша алған.

Италия ғалимдары башҡорт телен музыкаллеге йәһәтенән донъя телдәре араһында ун өсөнсө урынға ҡуйған. Беҙҙең алфавиттағы һ, ҙ, ҡ, ү, ғ кеүек хәреф-өндәр тик ғәрәп һәм инглиз телдәрендә генә бар. Тимәк, халыҡ-ара тел һаналған инглиз телен өйрәнеүҙә башҡорт балаларының тәбиғи әҙерлеге бар.

Телебеҙҙе, еребеҙҙе һәм динебеҙҙе һаҡлар өсөн ата-бабаларыбыҙ күп йылдар буйы көрәшкән. Мулла Алдар Иҫәнгилдин етәкселегендәге 1701 – 1711 йылдарҙағы ихтилал сәбәптәренең береһе, мәҫәлән, башҡорттарҙы көсләп суҡындырыуға ҡаршы сығыу булған.

Тел һәм белем сәсәндәребеҙ һәм шағирҙарыбыҙ ижадында төп урынды биләгән һәм биләй. Бөйөк Аҡмулланың уҡыу кәрәклеге тураһында яҙыуын уның васыяты итеп ҡабул итәбеҙ.

Бабич, Шафиҡ Әминев-Тамъяни традицияларын бөгөнгө әҙиптәр уңышлы дауам итә. Ә телебеҙ тураһындағы үлемһеҙ юлдарҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов бынан ярты быуат самаһы элек яҙҙы:

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да — йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел —

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер уны тик кәм күңел!..

Халҡым теле миңә — хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле — миңә сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Күңелендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ.

Самат ФӘЙЗУЛЛИН,

матбуғат ветераны, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының

IV съезы делегаты.


Читайте нас: