-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Декабрь 2019, 13:00

Балаларҙы ла онотмайыҡ

Уңайлыҡтары булмаған йорттарҙан һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән урамға сығыу ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра.

Өй алдарында ҡуйылған уйын майҙансыҡтарында ла бындай сабыйҙар күңел асыуҙан мәхрүм. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында үткән кәңәшмәлә һүҙ шул хаҡта барҙы.
Сарала баш ҡаланың район хакимиәттәре башлыҡтарының урынбаҫарҙары, идарасы компа­нияларҙың, ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларҙың етәкселәре, шулай уҡ “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Ибраһимова ҡатнашты.
Әйткәндәй, республика Баш­лығы Радий Хәбиров башҡарма власть органдары етәкселәренә һаулығы буйынса мөмкин­лектәре сикләнгән балалары булған ата-әсәләрҙең мәсьә­ләләрен хәл итеү маҡсатында йәмәғәт ойошмалары менән ярты йыл һайын осрашыуҙар уҙғарырға ҡушҡайны.
Асыҡланыуынса, үҙенсәлекле балалар тәрбиәләнгән ғаиләләр­ҙең байтаҡ проб­лемаһы йыйылып өлгөргән. Мәҫәлән, ихаталарҙа автомобилдәрҙе ҡуйыр урындар булдырыу, “Башҡорт ихаталары” програм­маһында ҡатнашыу, йорт яны биләмәләрен яҡтыртыу, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү йәһәтенән етешһеҙлектәр... Төрлө сәбәптәр арҡаһында әлеге осрашыуҙа хәл итеү мөмкин булмаған һорауҙар айырым исемлеккә индерелде.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев ихаталарҙы төҙөк­ләндереү барышында сәләмәтлек мөмкинлеге сик­лән­гән кешеләргә, бигерәк тә ба­лаларға йөрөү өсөн уңайлыҡтар булдырыу мөһимлеген белдерҙе. Уйын майҙансыҡ­тарында, әгәр был ихатала инвалид бала йәшәй икән, уға тәғәйен уйын комплекстары урынлаштырыр кәрәк. Автомобиль туҡталҡаларында ла улар өсөн махсус билдәләр булырға тейеш.
Читайте нас: