Шуға ла Яңы йыл төнө яҡынлашҡан һайын рөхсәтһеҙ ылыҫлы ағас ҡырҡыусылар күбәйә Айырыуса ошо көндәрҙә шыршыларҙы ҡырҡыуға контролде көсәйтәбеҙ. Сөнки хатта 31 төнөндә йәшел ҡупшыҡайҙы алып ҡайтыыусылар табыла,- ти Әбйәлил урмансылығы начальнигы Д. Ғ. Камалов. - Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар тураһында мәғлүмәтте беҙгә еткерә алаһығыҙ.
Дамир Ғилман улы әйтеүенсә, “Экология” милли проект сиктәрендә барған «Шыршы –2019» оператив-иҫкәртеү операцияһы сиктәрендә урмандарҙа законһыҙ эшмәкәрлек алып барыу хаҡында мәғлүмәтте 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә лә ебәрергә мөмкин.
Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, урман фондына килтерелгән зыян өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Граждандарға — 3-4 мең, вазифалы кешеләргә — 20-40 мең, юридик берәмектәргә 200-300 мең һум административ штраф янай.
Штрафтан тыш, браконьер урман фондына килтергән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы биш мең һум һәм унан күберәк икән, «Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу» статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал. Ошо статья буйынса максималь яза – алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
Әгәр законһыҙ ҡырҡҡан саҡта механизмдар, автомототранспорт, үҙйөрөшлө машина һәм башҡа техника файҙаланылһа, административ штрафтың күләме арта, ә файҙаланылған эш ҡоралдары һәм киҫелгән ағастар конфискациялана.