+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Декабрь 2019, 11:05

Силәбелә сүп-сар полигонын ябыуҙың үҙенсәлекле юлын тапҡандар

Ул йәшеллеккә күмеләсәк

Силәбе өлкәһендәге ябыҡ сүп-сар полигоны яҙмышы хәл ителә. Уны рекультивациялауҙы Росатомға ҡараған предприятие башҡарасаҡ. 55 гектарҙы биләгән ҡый тулы майҙан “Экология” милли проекты сиктәрендә үҙгәртелеп, йәшелләндерелә. Унда хатта ел тирмәне һәм быуа буласаҡ, тип яҙа күрше өлкәнең матбуғат баҫмалары.
Бөтә Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы иғлан иткән конкурста ниндәй генә идеялар тәҡдим ителмәне. Берәүҙәр сүплектә ҙур һәйкәл композицияһы ҡуяйыҡ, тиһә, икенселәр быяла купол аҫтында ботаник баҡса үҫтерергә тәҡдим итте. Хатта кино төшөрөү һәм трюктар яһау өсөн биләмә итеп ҡулайлаштырыу тураһында тәҡдимдәр ҙә булды. Иң яҡшы инициатива тип Силәбелә йәшәүсе 35 йәшлек А. Каптелдың проекты һайланды. Әйткәндәй, уға, еңеүсе булараҡ, 50 мең һум күләмендә премия ла ҡаралған.
Читайте нас: