+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
31 Декабрь 2019, 12:50

Байрам көндәрендә сүп-сар сығарыласаҡ

Башҡортостанда 2019 йылдың 31 декабренән 2020 йылдың 9 ғинуарына тиклем ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу буйынса эште әүҙемләштерәсәк, йәғни байрам көндәрендә сүп-сарҙы сығарыу көн дә башҡарыласаҡ.

Ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу буйынса төбәк операторҙары һәм коммуналь хеҙмәттәр тарафынан тотороҡло эш өсөн барлыҡ кәрәкле саралар күрелгән, муниципалитеттар менән рейстарҙы күбәйтеүҙе күҙаллаған графиктар килешелгән. Һәр эшмәкәрлек зоналары буйынса төбәк операторҙары тарафынан ведомство етәкселәре урынбаҫарҙары йөҙөндә яуаплы кешеләр тәғәйенләнгән. Улар раҫланған графиктарҙың үтәлешен онлайн режимда контролдә тотасаҡ. Яңы йыл байрамдары осоронда тыуасаҡ һорауҙар буйынса даими рәүештә үҙ-ара мәғлүмәт менән бүлешеү өсөн мессенджерҙарҙа төркөмдәр чаты булдырылған, – тип белдерҙе республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.
Ял һәм байрам көндәрендә ҡалдыҡтарҙы сығарыу ваҡытын боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында кире бәйләнеш каналдары ҡаралған. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға ҡағылған бөтә һорауҙар буйынса туранан-тура төбәк операторҙарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Беҙҙең районды хеҙмәтләндергән «Эко-Сити» предприятиеһының телефон номеры — 8-800-700-49-00.
Читайте нас: