“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп бурысы - халыҡтың һаулығын яҡшыртыу, ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеү. Бының өсөн заманса медицина ҡорамалдарының күпләп алыныуы, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылыуы билдәле. Шул уҡ ваҡытта бөгөн күптәрҙе "Томографияны йыш үтергә яраймы? Ул күпме нурланыш бирә?" тигән һорауҙар борсой. Белгестәр әйтеүенсә, компьютер томографияһы (КТ) тиҙ арала аныҡ диагноз ҡуйырға ярҙам итә, тик уның иммунитетты насарландырыуы, сәләмәтлекте ҡаҡшатыуы ихтимал. Табиптар был төр тикшереүҙе ауырыуҙы иҫкәртеү маҡсатында уҙырға кәңәш итмәй. КТ120 рентген төшөүгә тиң нурланыш бирә, шуға уны белгес күрһәтмәһе булғанда, иң күбе ярты йылға бер тапҡыр ғына үтәргә ярай. Иң элек ғәҙәти рентгенограмма уҙарға, уның һөҙөмтәһе шикле булғанда ғына томографияға барырға кәрәк. МРТ(магнит-резонанс томографияһы) яһағанда, тән аша электромагнит тулҡындар уҙа, нурланыш алыу ҡурҡынысы юҡ. Уны балаларға ла яһарға рөхсәт ителә. Мәғлүм булыуынса, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты үҙ эсенә һигеҙ федераль проектты ала.