Белгестәр утилләштереүҙең һуңғы нөктәһе — ҡыйҙы яндырыу тигән ҡарашҡа күберәк баҫым яһай. Рәсәй Президентының тәбиғәтте һаҡлау һәм экология буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов белдереүенсә, сүп-сар реформаһы тап “Экология” милли проекты сиктәрендә атҡарыла һәм ҡалдыҡтарҙы яндырыу ҙа, уны эшкәртеү тигән һүҙ. Йыйылған сүп-сарҙы айырым цехтарҙа яндырып, энергия һәм йылылыҡ алырға мөмкин. Шул уҡ мәлдә яндырыу алдынан барыбер сортировкалау талап ителәсәк, сөнки тимер, алюмин, быяла кеүек ҡалдыҡтарҙы утҡа ташлап булмай бит инде.