-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
14 Ғинуар 2020, 14:20

Әсәлек капиталы артты

2007 йылдан алып Әбйәлилдә 5178 ғаилә сертификат менән файҙаланған.

Уҙған йылда райондың Пенсия фонды 221 әсәлек капиталы сертификатын тапшырған. Ә 2007 йылдан, йәғни капитал тормошҡа ашырыла башлағандан алып Әбйәлилдә 5178 ғаилә сертификат менән файҙаланған.
Пенсия фондының матбуғат хеҙмәте йыл башынан үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәргә ярашлы, әсәлек капиталы күләме 466 мең 617 һумға тиклем күтәрелә тип хәбәр итте. Үткән осор менән сағыштырғанда ул 13,6 мең һумға күберәк.
Индексация 2019 йылдың аҙағына сертификатта тулы йә иһә өлөшләтә күләмдә аҡсаһы булған барлыҡ ғаиләләргә ҡағылды. Билдәле булыуынса, әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, балаларҙы уҡытыу, әсәнең пенсияһын арттырыу һәм башҡа ҡайһы бер маҡсаттарҙа тотонорға була.
Читайте нас: